Һаҙ турғайы
Һаҙ турғайы
Инә ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Ҡабырғалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һоло турғайҙары
Ырыу: Һоло турғайҙары
Төр: Һаҙ турғайы
Латинса исеме
Emberiza aureola Pallas, 1773
ITIS 554225
NCBI 433632

Һаҙ турғайы рус. Дубровник, лат. Emberiza aureola PallРәсәйҙең һҙәм Себерҙең үҙәк һыҙатында йәшәй торған ваҡ ҡош йәки турғай.

Emberiza aureola
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : / 149662

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Күберәк яңғыҙ йәки парлашып йөрөй¬ҙәр. Үлән йәки ҡыуаҡҡа ултырып һайрай. Ата ҡоштоң һырты көрән, сикәләре, тамағы йымылдап торған ҡара. Түшендә арҡыры көрән һыҙыҡ бар. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Яурынынан аҡ һыҙыҡ үтә. Аҫ яғы аҡһыл һары. Инә ҡоштоң һырты аҡ таплы һорғолт көрән, һоло турғайынан ҡара сикәләре һәм ҡара тамағы менән айырыла.


Тауышы тоноҡ ҡына: «тик-тик». Матур һыҙғырып һайрай.


Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Болондарҙа, таллы туғайҙарҙа, һыу буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Ҡара һипкелле бөртөк йәшкелт һоро йәки алһыу зәңгәр йомортҡаһы була.


  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Птицы. Энциклопедия природы России. / В.Е. Флинт — 2-е. — Москва: ABF, 1997. — С. 406. — 430 с.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә