Аристофан
Уҡыу көйләүҙәре
Аристофан (бор.грек тел. Ἀριστοφάνης) (б.э.тиклем 444—387 һәм 380 йылдар араһында, Афина) — «комедия атаһы» тип аталған боронғо грек комедиографы.
Үҙенең беренсе комедияһын Аристофан 427 йылда уҡ, тик башҡа исем аҫтында ҡуйҙыра. Бер йыл үткәс (426) ул үҙенең «Вавилонлылар» әҫәрендә тире эшкәртеү оҫтаһы тип ғәйрәтле демагог Клеондан көлә, ә Клеон иһә уға бар халыҡ алдында ғәйеп ташлай: йәнәһе ул союз республикалар вәкилдәре алдында Афина сәйәсәтенә «тел тейҙереп» көлкө хәлдә ҡалдырған. Һуңғараҡ Клеон уға ҡаршы Афинала ғәҙәти булған ғәйепләү — законһыҙ рәүештә афина гражданины исемен алыу ғәйебен таға. Һөйләүҙәренсә, Аристофан судта үҙен Гомер шиғырҙары менән яҡлаған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был Боронғо Греция тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |