Эстәлеккә күсергә

Аҡсарлаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡ сарлаҡ битенән йүнәлтелде)
Аҡсарлаҡ

Аҡсарлаҡ яр буйында Англияла
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Larus argentatus Pontoppidan, 1763

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144204

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176824
NCBI  35669
EOL  1049581

Аҡсарлаҡ (рус. Серебристая чайка, лат. Larus argentatus) — сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре ҡош. Азияла, Европала һәм Төньяҡ Америкала бигерәк тә күп осрай.

Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Дөйөм төҫө аҡ, һорғолт ҡанаттарының осо ҡара, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт һары. Күк сарлаҡтан ҙурлығы һәм төҫө менән айырыла.

Осҡанда шарҡылдап көлгәнгә оҡшаған тауыш сығара: «ха-ға-һа» йәки киҫкен «ҡъяҙу», ерҙә яңғырауыҡлы: «бах-бах-бах». Ерҙә ҡысҡырғанда, башын артҡа ташлап, суҡышын киң итеп аса.

Һыу буйында йәшәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсе ҡош. Һирәк осрай. Ояһын аулаҡ яр буйҙарында үлән һәм ҡауырһындарынан эшләй. Унда ҡара таплы 2-3 бөртөк йәшкелт һоро йәки һарғылт һоро йомортҡа һала.

Төрлө аҙыҡ менән туҡлана: балыҡ, һыу бөжәктәре, сысҡан, йомран аулай, башҡа ҡоштарҙың ояларын туҙҙыра, емеш-еләк тә ашай.

Аҡсарлаҡтың таралышы      Оялау урындары      Йыл буйы      Ҡышлау урындары

{{|fr}}