Әл-Әғрәф сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

7. ӘЛ-ӘҒРАФ (КӘРТӘЛӘР) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Әлиф ләм мим сад.
2. Был китап иңдерелде һиңә — унан һинең күкрәгеңә ҡыҫыу булмаһын! — уның менән өгөтләү-иҫкәртеү өсөн һәм иман килтергән кешеләрҙең иҫтәренә төшөрөү булһын өсөн.
3. Раббығыҙҙан һеҙгә иңдерелгәнгә эйәрегеҙ, Унан башҡа яҡлаусыларға эйәрмәгеҙ! Аҙ иҫкә алаһығыҙ бит һеҙ!
4. Һәм ни тиклем ҡалаларҙы һәләк иттек Беҙ! Беҙҙең ғәйрәтебеҙ уларға төндә йәки көндөҙ ял иткәндә килде.
5. Беҙҙең ғәйрәтебеҙ килгәндә, уларҙың һүҙҙәре фәҡәт «Ысынлап та, беҙ залимдарҙан булдыҡ!» — тигән һүҙ булды.
6. Һәм Беҙ рәсүл ебәрелгән халыҡтарҙан һорарбыҙ, һәм рәсүлдәрҙән дә һорарбыҙ.
7. Беҙ уларға белем менән һөйләрбеҙ, Беҙ бит ғәйеп булыусыларҙан түгел!
8. Ул көндө үлсәү — хәҡиҡәт, кемдең изгелектәре ауыр тартһа, улар бәхетле булыр,
9. ә кемдең үлсәүе еңел булһа, улар — Беҙҙең аяттарыбыҙға ғәҙелһеҙ булып үҙ-үҙенә зыян килтергән кешеләр.
10. Беҙ һеҙҙе Ер йөҙөндә нығыттыҡ һәм һеҙгә Ерҙә тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе булдырҙыҡ, ә һеҙ аҙ шөкөр итәһегеҙ!
11. Беҙ һеҙҙе яраттыҡ, шунан һеҙҙе билдәле бер һүрәткә килтерҙек. Унан фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тинек. Иблестән башҡалары сәждә ҡылды, Иблес сәждә ҡылыусыларҙан булманы.
12. Ул: «Мин әмер биргәс, сәждә ҡылырға һиңә нимә ҡамаусауланы?» — тине. Ул: «Мин унан яҡшыраҡ, Һин мине уттан яраттың, ә уны балсыҡтан яраттың»,— тине.
13. Ул әйтте: «Һөрөлөп кит унан, һин унда тәкәбберләнергә тейеш түгел. Сыҡ! Һин — түбәнһетелгәндәрҙән!»
14. Ул әйтте: «Улар терелтелә торған көнгә ҡәҙәр миңә уаҡыт бир».
15. Ул әйтте: «Һин уаҡыт бирелгәндәр араһында».
16. Ул әйтте: «Һин мине яҙҙырғаның өсөн мин һинең тура юлыңда уларға ҡаршы ултырасаҡмын.
17. Унан һуң уларҙың алдынан да, артынан да, уң яҡтарынан да, һул яҡтарынан да килермен һәм Һин уларҙың күбеһен шөкөр итеүселәр тип тапмаҫһың».
18. Ул әйтте: «Хур булып һөрөлөп сығып кит һин унан! Ә уларҙан һиңә эйәргәндәрҙе — Мин һеҙҙең бөтәгеҙ менән дә тамуҡты тултырасаҡмын!
19. Ә һин, Әҙәм, ҡатының менән ожмахта тороғоҙ, нимә теләһәгеҙ, шуны ашағыҙ, әммә бына был ағасҡа яҡын килмәгеҙ, юҡһа һеҙ залимдарҙан булырһығыҙ!»
20. Һәм үәсүәс ҡылды уларға шайтан, уларҙан йәшеренгән ояттарын күрһәтер өсөн, һәм әйтте: «Раббығыҙ тик һеҙ фәрештә булмаһын тип йәки ожмахта мәңгегә ҡалыусыларҙан булмаһындар тип һеҙҙе был ағастан тыйҙы».
21. Һәм уларға: «Мин һеҙгә нәсихәт биреүсе бит»,— тип ант итте.
22. Шулай алдау менән түбәнһетте уларҙы. Ә улар ағас емешен ашағас, ояттары күҙҙәренә күренде һәм улар өҫтәренә ожмах япраҡтарын ҡаплай башланылар. Һәм Раббылары ҡысҡырҙы: «Мин һеҙҙе был ағастан тыйманыммы һәм шайтан һеҙҙең асыҡ дошманығыҙ тип әйтмәнемме ни?»
23. Улар әйтте: «Раббыбыҙ! Беҙ үҙ-үҙебеҙгә золом ҡылдыҡ, һәм әгәр беҙҙе ярлыҡамаһаң һәм рәхмәт ҡылмаһаң, беҙ зыян күреүселәрҙән буласаҡбыҙ».
24. Ул әйтте: «Төшөп китегеҙ, һеҙҙең берегеҙ икенсегеҙгә дошман, Ер йөҙөндә һеҙҙең өсөн торасаҡ урынығыҙ һәм билдәле уаҡытҡа ҡәҙәр файҙаланыр нәмәләр».
25. Ул әйтте: «Шунда тереклек ҡылырһығыҙ, һәм шунда үлерһегеҙ, һәм шунан сығарылырһығыҙ».
26. Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Беҙ һеҙгә ояттарығыҙҙы ҡаплау өсөн кейем бирҙек, һәм зиннәттәр. Ә тәҡүәлек кейемдәре яҡшыраҡ. Был — Алланың аяттарынан — моғайын, улар иҫкә алырҙар!
27. Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Ояттарын күрһәтеү өсөн кейемдәрен һалдырып, ата-әсәләрегеҙҙе ожмахтан сығарған кеүек, шайтан һеҙҙе алдамаһын, һеҙ уларҙы күрмәгән урындан ул һәм уның ырыуы һеҙҙе күрә. Ысынлап та, Беҙ шайтандарҙы иман килтермәгән кешеләрҙең яҡлаусылары иттек!
28. Әгәр улар берәй боҙоҡлоҡ эшләһә, «Беҙ ата-әсәләребеҙҙе шул хәлдә таптыҡ, һәм Алла беҙгә шулай ҡушты»,— тиҙәр. Әйт: «Ысынлап та, Алла боҙоҡлоҡ эшләргә ҡушмай. Һеҙ үҙегеҙ белмәгән нәмәне Алла өҫтөнән әйтерһегеҙме ни?»
29. Әйт: «Минең Раббым ғәҙеллек бойорҙо; йөҙҙәрегеҙҙе һәр мәсет яғына йүнәлтегеҙ һәм, Уның алдында динде сафлап, Уға доға ҡылығыҙ. Ул һеҙҙе нисек яратҡан, шулай ҡайтырһығыҙ.
30. Бер төркөмдө Ул тура юлдан алып барҙы, ә бер төркөмдөң аҙашыуы хаҡ булды. Сөнки улар шайтанды яҡлаусы [дуҫ] итеп алдылар, һәм улар тура юлдан барабыҙ тип уйлайҙар!»
31. Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Һәр сәждә ҡылыр урында үҙегеҙҙең биҙәкле кейемдәрегеҙҙе кейегеҙ; һәм ашағыҙ-эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап та, Ул исраф ҡылыусыларҙы яратмай!
32. Әйт: «Алланың Үҙ ҡолдарына биргән биҙәктәрен һәм ризыҡтарын кем харам ҡылды?» Әйт: «Был нәмәләр ошо фани донъяла иман килтергәндәргә һәм ҡиәмәт көнөндә улар өсөн генә». Белгән кешеләргә Беҙ аяттарҙы шулай аңлатабыҙ!
33. Әйт: «Минең Раббым фәҡәт боҙоҡлоҡтоң асыҡ булғанын һәм йәшерен булғанын, һәм нахаҡҡа золом һәм гонаһ ҡылыуҙы, һәм уның тураһында Ул һис бер дәлил бирмәгән нәмәне Аллаға тиңдәш тотоуҙы, һәм белмәгән көйө Аллаға ҡаршы һөйләүегеҙҙе харам ҡылды.
34. Һәр өммәт өсөн үҙ әжәле, шул әжәлдәре еткәс, улар бер сәғәткә лә кисектерә лә, ашыҡтыра ла алмаҫтар».
35. Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Арағыҙҙан Минең аяттарымды һөйләргә рәсүлдәр килгән саҡта тәҡүәле булғандар һәм яҡшы эш эшләгәндәрҙең өҫтөндә хәүеф тә булмаҫ, һәм улар көйөнмәҫтәр ҙә!
36. Ә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандар һәм уларға ҡарата тәкәбберләнгән кешеләр — тамуҡ киҫәүҙәре! Улар унда мәңге ҡалыр!
37. Аллаға ҡаршы ялған уйлаусынан да йәки Уның аяттарын ялғанға һанаусынан да залимыраҡ кем булыр? Улар китаптан үҙ насиптарына тарыр. Уларҙы уафат ҡылыр өсөн Беҙҙең илселәребеҙ [рәсүлдәребеҙ] килгәс, «Алланан башҡа һеҙҙең доға ҡылған нәмәләрегеҙ ҡайҙа?» — тип һорарҙар. Улар: «Улар беҙҙән юғалдылар»,— тип әйтерҙәр. Һәм улар үҙҙәренең кафыр булыуҙары тураһында үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылырҙар.
38. Ул әйтер: «Ендәрҙән һәм кешеләрҙән һеҙҙән элек булған халыҡтар араһында утҡа инегеҙ!» Һәр бер халыҡ ингән һайын, үҙенә оҡшашты ләғнәтләне. Унда барыһы ла йыйылғас, һуңғылары беренселәр тураһында: «Раббыбыҙ, ошолар беҙҙе юлдан яҙҙырҙы, уларға тамуҡ ғазабын икеләтә бир»,— тип әйттеләр. Ул: «Һәр кемгә — икеләтә бирелә, тик һеҙ уны белмәйһегеҙ!» — тип әйтте.
39. Һәм беренселәре һуңғыларына: «Һеҙҙең беҙгә ҡарағанда өҫтөнлөгөгөҙ юҡ ине, үҙегеҙ ҡаҙанған өсөн ғазап татығыҙ!» — тип әйттеләр.
40. Ысынлап та, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандарға һәм уларға ҡарата тәкәбберләнгәндәргә Күк ишектәре асылмаҫ һәм энә күҙәүенән дөйә үткәнгә ҡәҙәр улар ожмахҡа инә алмаҫтар. Бына шулай яза бирәбеҙ Беҙ гонаһлы кешеләргә!
41. Уларға тамуҡ утынан түшәк һәм өҫтәрендә япма, шулай яза бирәбеҙ Беҙ залимдарға!
42. Ә инде иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләр,— Беҙ йәнгә уның көсө еткән ҡәҙәр генә йөкмәтәбеҙ — улар ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр.
43. Беҙ уларҙың күңелдәрендә булған асыуҙы юҡҡа сығарҙыҡ. Уларҙың аҫтында йылғалар аға, һәм улар әйтә: «Беҙҙе бында килтергәне өсөн маҡтау булһын Аллаға! Әгәр Алла беҙҙе бында килтермәһә, беҙ бында килмәҫ инек. Раббығыҙҙың рәсүлдәре хаҡлыҡ менән килделәр». Һәм уларға: «Эшләгән эштәрегеҙ өсөн һеҙгә мираҫ итеп бирелгән ожмах ошо!» — тип иғлан ителде.
44. Һәм ожмах әһелдәре тамуҡ әһелдәренән: «Инде беҙ Раббыбыҙ үәғәҙә иткән нәмәне [сауапты] хаҡ таптыҡ, һеҙгә Раббығыҙ үәғәҙә иткән нәмәне [ғазапты] хаҡ таптығыҙмы?» — тип һоранылар. Улар: «Эйе!» — тип әйттеләр. Улар араһынан берәү ҡысҡырҙы: «Алланың ләғнәте залимдарға:
45. Алла юлынан дүндереүсе һәм уны ҡырын юлға ауыштырырға теләүсе һәм ахирәткә ышанмаусыларға!»
46. Улар араһында — ҡорма, ә кәртәлә — кешеләр, улар бөтә кешене лә [ожмах һәм тамуҡ әһелдәрен] билдәләргә ҡарап беләләр. Һәм ожмахҡа инергә теләгән, әммә инмәгән кешеләр ожмах әһелдәренә: «Сәләмун ғәләйкүм!» — тип сәләм бирерҙәр.
47. Уларҙың күҙ ҡараштары тамуҡ әһелдәренә төшһә, улар: «Раббыбыҙ! Беҙҙе залимдар менән урынлаштырма!» — тип әйтерҙәр.
48. Билдәләре буйынса танылған кешеләргә кәртәлә тороусылар әйтте: «Һеҙҙең йыйған малдарығыҙ һәм тәкәбберләнеүегеҙ һеҙҙе ҡотҡарманы!
49. Һеҙ бына был кешеләр тураһында, Алла уларға Үҙ рәхмәтен бирмәҫ тип, ант иткәйнегеҙ түгелме? Ожмахҡа инегеҙ, һеҙгә хәүеф тә юҡ, һәм һеҙ көйөнмәҫһегеҙ ҙә!» — [тип әйтелде уларға]».
50. Тамуҡ әһелдәре ожмах әһелдәренә: «Беҙгә һыу йәки Алла һеҙгә ризыҡлағанды түгегеҙ!»— тип ялынырҙар. Улар әйтер: «Залимдарға Алла икеһен дә харам ҡылды»
51. үҙ диндәрен көлкөгә һәм уйынға һанаусыларға; фани донъя уларҙы алданы. Улар ошо көн менән осрашасаҡтарын һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы инҡар иткәндәрен онотҡан кеүек, Беҙ уларҙы бөгөн онотасаҡбыҙ!
52. Бына Беҙ уларға китап килтерҙек, уны белем менән, иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт итеп аңлаттыҡ.
53. Уны аңлатыуҙан башҡа тағы нимә булһа ла көтәләрме ни улар? Уны элек оноткан кешеләр уның аңлатыуы килгән көндө: «Раббыбыҙҙың рәсүлдәре хаҡлыҡ менән килде. Беҙҙе яҡларҙай яҡлаусыларыбыҙ бармы һуң? Йәки беҙ ҡайтарылырбыҙмы һәм эшләгән эштәребеҙҙән башҡаны эшләрбеҙме?» — тип әйттеләр. Улар үҙ-үҙҙәренә зыян килтерҙе, һәм уларҙың ялған рәүештә уйлап сығарғандары уларҙан юғалды!
54. Ысынлап та, Раббығыҙ — Алла! Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә яратты һәм шунан тәхеткә урынлашты. Ул төңдөң артынан ашығыусы көндө төн менән ҡаплай. Һәм Уның әмеренә буйһоноусы Ҡояшты, һәм Айҙы, һәм йондоҙҙарҙы. Яратыу һәм хакимлыҡ Уның ҡулында түгелме ни? Алла — ғәләмдәрҙең Раббыһы — мөбәрәк!
55. Раббығыҙға түбәнселек менән һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Ул сиктән уҙғандарҙы яратмай!
56. Ер йөҙөн Ул төҙөкләндергәндән һуң боҙмағыҙ. Уға ҡурҡыу һәм өмөт менән доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Алланың рәхмәте изге эштәр эшләгән кешеләргә яҡын!
57. Ул — рәхмәте алдынан һөйөнсөләүсе итеп елдәрҙе ебәрә. Ул елдәр ауыр болот килтерһә, Беҙ уларҙы үлек илдәр тарафына ҡыуабыҙ, унан һыу төшөрәбеҙ һәм ул һыу менән төрлө емештәр үҫтерәбеҙ. Үлектәрҙе лә бына ошоноң шикелле сығарабыҙ — моғайын, һеҙ иҫегеҙгә алырһығыҙ!
58. Яҡшы ил булһа, Раббыһының рөхсәте менән уның үҫемлектәре сығыр, насар ил булһа, уның үҫемлектәре етер-етмәҫ кенә булып ҡалыр. Шөкөр иткән халыҡтарға бына шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы!
59. Инде Беҙ Нухты үҙ халҡына ебәрҙек, ул: «Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, һеҙгә Унан башҡа илаһ юҡ, мин һеҙҙең өсөн бөйөк көндөң ғазабынан ҡурҡам»,— тине.
60. Уның халҡының аҡһөйәктәре: «Беҙ һине асыҡ аҙашыуҙа күрәбеҙ»,— тинеләр.
61. Ул әйтте: «Эй, халҡым, миндә аҙашыу юҡ, мин ғәләмдәр Раббыһының рәсүле генә.
62. Мин һеҙгә Раббымдың рисәләттәрен еткерәм һәм һеҙгә нәсихәт бирәм, мин Алланан һеҙ белмәгәндәрҙе беләм.
63. Әллә һеҙ Раббығыҙҙан иҫкә төшөрөү арағыҙҙан булған кешегә килгәненә ғәжәпләнәһегеҙме, ул һеҙҙе өгәтләһен һәм һеҙ тәҡүәле булһын өсөн, һәм — моғайын, һеҙ ярлыҡау алыусыларҙан булырһығыҙ!»
64. Һәм улар уны алдаҡсыға һананы, һәм Беҙ уны һәм уның менән булғандарҙы көймәлә ҡотҡарҙыҡ, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандарҙы һыуға батырҙыҡ. Ысынлап та, улар [хәҡиҡәттән] һуҡыр халыҡтар ине!
65. ...Һәм Ғәд халҡына — уларҙың туғаны Һудты [ебәрҙек]. Ул: «Эй, халҡым, Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа илаһ юҡ! Тәҡүәле булмаҫһығыҙмы ни?» — тине.
66. Уның халҡының кафыр булған аҡһөйәктәре: «Ысынлап та, беҙ һине аҡылһыҙлыҡта күрәбеҙ, һәм һин алдаҡсыларҙан тип уйлайбыҙ»,— тинеләр.
67. Ул әйтте: «Эй, халҡым, мин аҡылһыҙ түгел, мин ғәләмдәр Раббыһының рәсүле генә.
68. Мин һеҙгә Раббымдың рисәләттәрен еткерәм, мин — һеҙҙең өсөн ышаныслы кәңәшсе.
69. Әллә һеҙ Раббығыҙҙан иҫкә төшөрөү, ул һеҙҙе өгөтләһен өсөн, үҙ арағыҙҙан булған кеше аша килеүенә ғәжәпләнәһегеҙме? Һеҙҙе Нух халҡынан һуң алмашҡа килеүселәр итеүен һәм яратылған кәүҙәгеҙҙә һеҙҙе көсәйтеүен, ҙурайтыуын иҫкә алығыҙ. Алланың рәхмәттәрен иҫкә алығыҙ — моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!»
70. Улар: «Әллә һин беҙҙе, бер Аллаға ҡоллоҡ ҡылдырып, аталарыбыҙ ҡоллоҡ ҡылғанды ташлатыр өсөн килдеңме? Әгәр һин хаҡ һөйләһәң, беҙгә янаған нәмәңде килтер!» — тинеләр.
71. Ул: «Һеҙҙең өҫтөгөҙгә Раббығыҙҙан асыу һәм боҙоҡлоҡ төштө инде. Әллә һеҙ, ысынлап та, үҙегеҙ һәм аталарығыҙ [һындарға] ҡушҡан исемдәр хаҡында — ә улар тураһында Алла һис бер хоҡуҡ бирмәне — минең менән һүҙ көрәштермәксе булаһығыҙмы? Көтөп тороғоҙ, мин дә һеҙҙең менән көтәм»,— тине.
72. Һәм Беҙ уны, уның менән булғандарҙы Үҙебеҙҙән булған рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ, һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусыларҙы, һәм иман килтермәгәндәрҙе һуңғыһына ҡәҙәр юҡ иттек.
73. ...Һәм Ҫәмуд халҡына уларҙың туғаны Салихты. Ул әйтте: «Эй, халҡым, Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа илаһ юҡ! Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ аңлатма килде: был — Алланың инә дөйәһе һеҙгә аят булып; уны Алла ерендә утлап йөрөгән хәлендә ҡалдырығыҙ, үҙегеҙ интектергес ғазапҡа тарымаҫ өсөн, уға яуызлыҡ менән ҡағылмағыҙ.
74. Уның һеҙҙе Ғәд халҡынан һуң алмашҡа килеүселәр итеүен һәм һеҙҙе Ер йөҙөндә урынлаштырыуын иҫкә алығыҙ,— уның тигеҙлектәренән һарайҙар яһайһығыҙ, тауҙарҙы юнып һәм киҫеп өйҙәр яһайһығыҙ. Алланың рәхмәттәрен иҫкә алығыҙ, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ!»
75. Уның халҡының тәкәбберләнгән аҡһөйәктәре меҫкен һаналғандарҙан иман килтергән кешеләргә: «Һеҙ Салихтың үҙенең Раббыһынан ебәрелгәнен беләһегеҙме?»— тинеләр. Тегеләр: «Ысынлап та, беҙ уның менән ебәрелгән нәмәгә иман килтерәбеҙ!» — тинеләр.
76. Тәкәбберлек ҡылған кешеләр: «Ысынлап та, һеҙ иман килтергән нәмәгә беҙ ышанмайбыҙ!» — тинеләр.
77. Һәм улар инә дөйәнең теҙ һеңерен киҫтеләр [боғаҙланылар] һәм Раббыларының әмерен тыңламанылар, һәм: «Эй, Салих, әгәр һин рәсүлдәрҙән булһаң, беҙгә яҙған нәмәңде килтер»,— тинеләр.
78. Уларҙы тетрәү тотто, иртә менән улар үҙ йорттарында йөҙ түбән йығылған хәлдә булдылар.
79. Һәм ул уларҙан йөҙ сөйөрҙө, һәм: «Эй, халҡым! Мин һеҙгә Раббымдың рисәләтен еткерҙем, һеҙгә нәсихәт бирҙем, әммә һеҙ нәсихәт биреүселәрҙе яратмайһығыҙ»,— тине.
80. ...Һәм Лутты. Бына ул халҡына: «Һеҙ шул боҙоҡлоҡто— ә унда ғәләмдәрҙең һис бере һеҙҙән алда булманы — ҡылырһығыҙмы?
81. Һеҙ бит ҡатындар урынына енси теләк менән ирҙәргә киләһегеҙ. Эйе, һеҙ сиктән уҙған халыҡ!» — тине.
82. Уның халҡының яуабы ни бары: «Уларҙы ауылығыҙҙан ҡыуығыҙ, улар таҙалыҡты теләүселәр бит»,— тип әйтеү булды.
83. Һәм Беҙ уны һәм уның ғаиләһен ҡотҡарҙыҡ, ҡатынынан башҡа — ул унда ҡалғандарҙан булды.
84. Уларға Беҙ ямғыр яуҙырҙыҡ. Гонаһлыларҙың яҙмышы нисек булғанын күр һин!
85. ...Һәм Мәдйән халҡына — уларҙың туғаны Шөғәйепте. Ул әйтте: «Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, һеҙгә Унан башҡа илаһ юҡ! Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ аят килде. Үлсәмде һәм ауырлыҡ үлсәүҙе теүәл ҡылығыҙ, кешеләрҙең әйберҙәрен кәметмәгеҙ. Ер йөҙө төҙөкләндерелгәндән һуң, унда боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ, был — һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр иман килтергән булһағыҙ!
86. Иман килтергән кешеләрҙе Алла юлынан ҡурҡытып һәм яҙҙырып һәм ул юлды ҡыйығайтырға тырышып, һәр юл өҫтөндә ултырмағыҙ. Һеҙ аҙ ғына инегеҙ, Ул һеҙҙе күп ҡылды, шуны иҫкә төшөрөгөҙ. Боҙоҡлоҡ таратыусыларҙың яҙмышы нисек булғанын ҡарағыҙ!
87. Әгәр һеҙҙең аранан бер төркөм минең менән ебәрелгәнгә иман килтермәһә, ә бер төркөм иман килтерһә, беҙҙең араны Алла хөкөм иткәнгә ҡәҙәр көтөп тороғоҙ. Ул — хөкөм ҡылыусыларҙың иң яҡшыһы!»
88. Уның халҡының тәкәбберләнгән аҡһөйәктәре: «Эй, Шөғәйеп, беҙ һине һәм һинең менән иман килтергән кешеләрҙе үҙ ҡалабыҙҙан ҡыуып ебәрәбеҙ, йәки һин үҙ өммәтебеҙгә ҡайтаһың»,— тинеләр. Ул әйтте: «Беҙ уны яратмаған, күрә алмаған булһаҡ тамы?
89. Алла беҙҙе унан ҡотҡарғандан һуң, әгәр беҙ кире һеҙҙең өммәтегеҙгә ҡайтһаҡ, беҙ Аллаға ялған уйлаған булыр инек. Әгәр Раббыбыҙ — Алла теләмәһә, уға ҡайтыу беҙгә һис тейешле булмаҫ. Раббыбыҙ барлыҡ нәмәләрҙе белем менән солғай. Беҙ Аллаға тәүәккәлләнек, Раббыбыҙ! Беҙҙең һәм халҡыбыҙ араһын хәҡиҡәт менән хөкөм ит. Һин хөкөм итеүселәрҙең иң яҡшыһы бит».
90. Уның халҡының иман килтермәгән аҡһөйәктәре: «Әгәр Шөғәйеп артынан барһағыҙ, ул саҡта һеҙ зыян күргәндәрҙән булырһығыҙ»,— тинеләр.
91. Һәм уларҙы тетрәү тотто, улар иртә менән үҙ өйҙәрендә йөҙтүбән йығылған хәлдә булдылар.
92. Шөғәйепте алдаҡсыға һанаған кешеләр унда йәшәмәгән дә шикелле юҡ булдылар, Шөғәйепте алдаҡсыға һанаусылар зыян күреүселәрҙән булдылар!
93. Ул уларҙан йөҙөн сөйөрҙө һәм; «Эй, халҡым! Мин һеҙгә Раббымдың рисәләтен еткерҙем һәм һеҙгә нәсихәт бирҙем. Нисек мин иман килтермәгән халыҡ өсөн ҡайғырайым?» — тине.
94. Беҙ бәйғәмбәр ебәргән һәр ҡаланың халҡын бәхетһеҙлеккә һәм бәлә-ҡазаға дусар иттек — моғайын, улар буйһонорҙар!
95. Унан һуң Беҙ, улар күмәгәйеп, тормошо мулланып: «Беҙҙең аталарыбыҙға ла бәлә-ҡаза һәм бәхет ҡағылғайны бит»,— тип әйткәндәренә тиклем яманлыҡты яҡшылыҡ менән алмаштырҙыҡ. Шунан Беҙ уларға ҡапыл бәлә ебәрҙек, улар белмәй ҙә ҡалды!
96. Әгәр ҡалаларҙың халҡы иман килтерһә һәм тәҡүәле булһа, Беҙ уларға Күк һәм Ер бәрәкәттәрен асыр инек. Ләкин улар ялғанға һананылар һәм Беҙ уларҙың ҡаҙанғандары өсөн уларҙы [ғазап менән] тоттоҡ.
97. Ҡалаларҙың халҡы, әллә Беҙҙең ғәйрәтебеҙ [ғазабыбыҙ] уларға төндә, Беҙ уларҙың ҡаҙанғандары өсөн уларҙы [Ғазап менөн] тоттоҡ.
98. Йәки ҡалаларҙың халҡы, әллә Беҙҙең ғәйрәтебеҙ [ғазабыбыҙ] уларға иртәнсәк, улар шаярған-уйнаған саҡта, килмәҫ, тип ышандымы?
99. Әллә улар Алланың хәйләһенән именлектәме? Алла хәйләһенән зыян күреүсе халыҡтар ғына именлектә!
100. Йәшәгән халыҡтарынан һуң Ергә уариҫ булғандарға Ул асыҡ күрһәтмәнеме ни: әгәр Беҙ теләгән булһаҡ, гонаһтары өсөн яза ҡылған булыр инек һәм улар ишетмәһен өсөн күңелдәрен томалар инек.
101. Ошо ҡалалар тураһында Беҙ һиңә хәбәр һөйләрбеҙ. Уларға асыҡ аяттар менән рәсүлдәре килде, әммә улар үҙҙәре элек ялған тип иҫәпләгән нәмәгә иман килтермәне. Бына шулай томалай Алла кафырҙарҙың күңелдәрен!
102. Беҙ уларҙың күбеһендә килешеүҙәренә тоғролоҡ тапманыҡ. Ысынлап та, Беҙ уларҙың күбеһен боҙоҡ тип таптыҡ.
103. Шунан, уларҙан һуң, Беҙ аяттарыбыҙ менән Фирғәүенгә һәм уның аҡһөйәктәренә Мусаны йүнәлттек, әммә улар уға золом ҡылдылар. Ҡара боҙоҡлоҡ ҡылыусыларҙың һуңы нисек булғанын!
104. Муса әйтте: «Эй, Фирғәүен! Мин — ғәләмдәр Раббыһының рәсүле.
105. Алла тураһында миңә хәҡиҡәтте генә әйтергә урынлы. Мин Раббығыҙҙан асыҡ аяттар менән килдем, минең менән Исраил балаларын ебәр!»
106. Ул: «Әгәр һин аят менән килһәң, килтер уны, әгәр дөрөҫтө һөйләһәң»,— тине.
107. Һәм дәрәжә билгеһе таяғын ташланы, ә ул — асыҡтан-асыҡ йылан[ға әүерелде].
108. Ул ҡулын сығарҙы, ә ҡулы ҡарап тороусыларға ап-аҡ булып күренде.
109. Фирғәүен халҡының затлылары әйттеләр: «Был бик белемле сихырсы икән,
110. ул һеҙҙе үҙ ерегеҙҙән сығарырға итә».— «Һеҙ нимә эшләргә ҡушаһығыҙ?»
111. Улар әйтте: «Уға һәм уның туғанына кисектер, ҡалаларға йыйыусылар ебәр,
112. улар һиңә һәр белемле сихырсыны килтерһен».
113. Һәм сихырсылар Фирғәүен янына килделәр һәм: «Ысынлап та, беҙ еңеп сыҡһаҡ, беҙгә әжер буласаҡ»,— тинеләр.
114. Ул: «Эйе, ул саҡта һеҙ яҡындарҙан булырһығыҙ!» —тине.
115. Улар: «Эй, Муса, ташлайһыңмы йәки ташлаусылар беҙ булабыҙмы?» — тинеләр.
116. Ул: «Ташлағыҙ!» — тине. Улар ташлағас, кешеләрҙең күҙҙәрен быуҙылар, уларҙы ҡурҡыттылар, һәм оло сихыр килтерҙеләр.
117. Һәм Беҙ Мусаға: «Үҙ таяғыңды ташла!» — тип, үәхи ҡылдыҡ. Бына ул тегеләрҙең алдап күрһәткән нәмәләрен йотто.
118. Хәҡиҡәт өҫкә ҡалҡты. Уларҙың эштәре ялған булып сыҡты.
119. Һәм улар унда еңелделәр һәм хур булдылар.
120. Һәм сихырсылар, сәждә ҡылып, ергә йөҙ орҙо.
121. Улар әйтте: «Беҙ ғәләмдәр Раббыһына иман килтерҙек,
122. Мусаның һәм Һарундың Раббыһына!»
123. Фирғәүен әйтте: «Һеҙ минең рөхсәтем булмаҫ борон Уға иман килтерҙегеҙ. Ысынлап та, был — хәйлә, уны һеҙ ҡалала йәшәгән кешеләрҙе сығарыу өсөн ҡорғанһығыҙ. Әммә белерһегеҙ әле!
124. Мин һеҙҙең аяҡтарығыҙҙы һәм ҡулдарығыҙҙы арҡырыға ҡырҡасаҡмын, унан һуң бөтәгеҙҙе лә әүернә ағасына ҡаҙаҡлаясаҡмын!»
125. Улар әйтте: «Ысынлап та, беҙ үҙебеҙҙең Раббыбыҙға йүнәләбеҙ!
126. Һин, Раббыбыҙҙан беҙгә аяттар килгәс, беҙҙең уларға иман килтергәнебеҙ өсөн генә беҙҙән үс алаһың. Раббыбыҙ! Өҫтөбөҙгә сабырлыҡ ҡой, беҙҙе мосолман итеп уафат ит!»
127. Ә Фирғәүен халҡының аҡһөйәктәре: «Әллә һин Мусаны һәм уның халҡын Ер йөҙөңдә боҙоҡлоҡ таратыу өсөн ҡалдырырһыңмы? Ә ул һине һәм һинең илаһтарыңды ташлар?» — тинеләр. Ул: «Уларҙың ир-егеттәрен үлтерербеҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙарын ҡалдырырбыҙ, беҙ уларҙы еңәсәкбеҙ!» — тине.
128. Муса үҙ халҡына: «Алланан ярҙам һорағыҙ һәм сабырлы булығыҙ! Ер Алланыҡы: уны Ул Үҙ ҡолдарынан теләгәненә мираҫ итә, ә эштең һуңы — тәҡүәлеләргә»,— тине.
129. Улар: «Беҙ һин килгәнгә ҡәҙәр ҙә интектерелдек, һин килгәндән һуң да»,— тинеләр. Ул: «Бәлки Раббығыҙ дошманығыҙҙы һәләк итер, Ер йөҙөндә һеҙҙе ҡалдырыр, һәм һеҙҙең нисек эш итеүегеҙҙе ҡарар!» — тине.
130. Беҙ Фирғәүен ырыуын ауыр йылдарға һәм емештәрҙең кәмеүенә дусар иткәйнек инде — моғайын, улар иҫтәренә килтерерҙәр!
131. Әгәр уларға яҡшылыҡ килһә, «Был — беҙгә!» — тиҙәр. Яманлыҡ килһә, ҡоштар менән бағымсылап, уны Мусанан һәм уға эйәргән кешеләрҙән күрәләр. Эйе, уларҙың ҡошо [шомланыуҙары] — Алла ҡулындалыр, әммә уларҙың күбеһе белмәй!
132. Улар: «Беҙҙе уның менән сихырлау өсөн һин беҙгә ниндәй генә аят килтермәһәң дә, беҙ барыбер һиңә ышанмайбыҙ!» — тиҙәр.
133. Һәм Беҙ уларға асыҡ аят итеп туфанды, һәм саранчаны, һәм бөжәктәрҙе, һәм башҡаларҙы, һәм ҡанды ебәрҙек. Әммә улар тәкәбберләнделәр һәм гонаһлы халыҡтарҙан булдылар.
134. Уларға яза килгәс, улар: «Эй, Муса! Ул һинең менән һүҙ ҡуйышҡанса, беҙҙең өсөн Раббыңа доға ҡыл. Әгәр һин был язаны беҙҙән йыраҡлатһаң, беҙ һиңә иман килтерербеҙ һәм Исраил балаларын һинең менән ебәрербеҙ»,— тинеләр.
135. Ә беҙ язаны улар етәсәк әжәлгә тиклем йыраҡлатҡандан һуң, улар үәғәҙәләрен боҙалар.
136. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандары һәм унан битараф булғандары өсөн Беҙ уларҙан үс алдыҡ һәм уларҙы диңгеҙгә батырҙыҡ!
137. Үҙебеҙ бәрәкәтле ҡылған Ерҙең көнсығыштарын һәм көнбайыштарын көсһөҙҙәрҙән һаналған халыҡтарға мираҫ итеп бирҙек. Сабырлыҡтары өсөн Исраил балаларына Раббыңдың яҡшы һүҙе ғәмәлгә ашты! Беҙ Фирғәүен һәм уның халҡы яһаған һәм улар юғарыға күтәргән нәмәләрҙе һәләк иттек.
138. Беҙ Исраил балаларын диңгеҙ аша үткәрҙек, улар үҙҙәренең һындарына табынған халыҡтарға килделәр. Һәм улар: «Эй, Муса, һин беҙгә уларҙың илаһтары кеүек илаһ яһа!» — тинеләр. Ул әйтте: «Ысынлап та, һеҙ — наҙан халыҡтар!
139. Был кешеләр бирелгән нәмә [һындар] һәләк булыр һәм улар башҡарған эш файҙаһыҙ!»
140. Ул: «Әллә мин һеҙҙең өсөн Алланан башҡа икенсе илаһ әҙерләйемме, Ул һеҙҙе ғәләмдәрҙән юғары ҡуйған саҡта?» — тине.
141. Һәм бына Беҙ һеҙҙе һеҙгә ҡаты ғазап һалған, һеҙҙең ир-егеттәрегеҙҙе үлтергән һәм ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы тере ҡалдырған Фирғәүен ырыуынан ҡотҡарҙыҡ. Был — Раббығыҙҙан бөйөк һынау.
142. Һәм Беҙ Мусаға утыҙ төндө үәғәҙә иттек һәм уларҙы ун менән тамам ҡылдыҡ. Раббыһының билдәләгән уаҡыты ҡырҡ төн менән тамам булды. Муса туғаны Һарунға: «Халҡым араһында минең урыныма ҡал, төҙөклөк булдыр, боҙоҡлоҡ таратыусылар юлынан китмә!» — тине.
143. Муса, Беҙ билдәләгән уаҡытҡа килгәс, Раббыһы уның менән һөйләште һәм ул: «Раббым, күрен миңә!» — тине. Ул: «Мине күрмәҫһең, ләкин тауға ҡара, әгәр тау үҙ урынында тороп ҡалһа, Мине күрерһең»,— тине. Раббыһы тауға асылғас, Ул тауҙы ер менән тигеҙләне, һәм Муса һушһыҙ ҡалып йығылды. Һушына килгәс: «Маҡтау Һиңә! Һиңә тәүбә иттем, һәм мин -- иман килтереүселәрҙең беренсеһе!»— тине.
144. Ул: «Эй, Муса! Мин һине кешеләр алдында Үҙемдең рисәләтем һәм Үҙемдең һүҙем өсөн һайланым, Мин биргән нәмәне ал, һәм шөкөр итеүселәрҙән бул!» — тине.
145. Һәм Беҙ уның өсөн, һәр нәмә тураһында үәғәзде һәм һәр нәмәгә аңлатманы таҡталарға яҙҙыҡ. Быны ныҡ итеп тот һәм үҙ халҡыңа бындағыларҙың иң яҡшыларын алырға ҡуш! Мин һеҙгә боҙоҡ кешеләрҙең урындарын күрһәтәсәкмен!
146. Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә тәкәбберләнгән кешеләрҙе аяттарымдан йыраҡлатасаҡмын! Һәм улар ниндәй генә аятты күрһәләр ҙә, уға ышанмаясаҡтар, әгәр тура юлды күрһәләр, уны юл итеп алмаҫтар; ә инде аҙашыу юлын күрһәләр, уны юл итеп алырҙар. Был Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялған тигәндәре һәм уларға битараф булғандары өсөн.
147. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы һәм ахирәткә осрауҙы ялғанға һанаусыларҙың эштәре юҡҡа сыҡты. Уларға яза эшләгән эштәренән башҡа өсөн бирелмәҫ!
148. Мусаның халҡы унан [Мусанан] һуң үҙ биҙәктәренән мөңрәй торған кәүҙәле быҙау яһанылар. Уның улар менән һөйләшмәгәнен һәм уларҙы тура юлға алып бармағанын күрмәнеләрме ни? Улар уны үҙҙәренә яһанылар һәм залимдарҙан булдылар.
149. Уларҙың ҡулдарына һуғылғас һәм үҙҙәренең аҙашҡанлыҡтарын күргәс, улар: «Әгәр Раббыбыҙ беҙгә рәхимлек ҡылмаһа һәм беҙҙе ярлыҡамаһа, беҙ зыян күреүселәрҙән буласаҡбыҙ!» — тинеләр.
150. Асыуланып һәм көйөнөп, Муса, үҙ халҡы янына ҡайтҡас: «Минән һуң эшләгән эшегеҙ насар! Әллә Раббығыҙҙың бойороғон ашыҡтыраһығыҙмы?» — тине. Һәм таҡталарын атып ырғытты, туғанының башынан тотоп үҙенә табан тартты. Ул: «Эй, әсәйемдең улы! Кешеләр мине көсһөҙ итеп күрҙе һәм үлтерергә яҡын ине. Мине хурлап, дошмандарҙы шатландырма һәм мине боҙоҡ кешеләр менән бергә ҡуйма!» — тине.
151. Ул: «Раббыбыҙ! Мине һәм туғанымды ғәфү ит һәм беҙҙе рәхмәтеңә индер, Һин рәхимлеләрҙең иң рәхимлеһе бит!» — тине.
152. Ысынлап та, быҙауҙы илаһ итеп тоткан кешеләр Раббыларының асыуына һәм был донъяла хурлыҡҡа тарыр! Бына шулай язалайбыҙ Беҙ ялғанды уйлап сығарыусыларҙы!
153. Яман эштәр эшләп, шунан тәүбәгә килеп, иман килтергән кешеләр, ысынлап та, Раббың бынан һуң — кисереүсе, рәхимле!
154. Асыуы һүрелгәс, Муса таҡталарҙы алды. Уларҙың нөсхәһендә — Раббыларынан ҡурҡҡандарға тура юл һәм рәхмәт.
155. Беҙҙең билдәләнгән уаҡытыбыҙ өсөн Муса үҙ халҡынан етмеш кеше һайланы. Уларҙы тетрәү алғас, ул әйтте: «Раббым! Әгәр теләһәң, уларҙы минең менән бергә быға ҡәҙәр һәләк иткән булыр инең. Беҙҙең арабыҙҙан аҡылһыҙ кешеләр эшләгән эш өсөн беҙҙе һәләк итерһеңме ни? Был — Һинең һынауың ғына, Һин уның менән теләгәнеңде тура юлдан яҙҙыраһың һәм теләгәнеңде тура юлдан алып бараһың, Һин — беҙҙең яҡлаусыбыҙ, беҙҙе кисер һәм беҙгә рәхмәт ҡыл! Һин — кисереүселәрҙең иң яҡшыһы!
156. Беҙҙең илсебеҙгә был донъяла ла, ахирәттә лә яҡшы эш яҙ. Беҙ Һинең тарафыңа ҡайттыҡ!» Ул әйтте: «Ғазабым менән Мин кемгә теләйем, шуға ҡағылам, ә Минең рәхмәтем һәр нәмәне солғай. Мин уны тәҡүәлеләргә, зәкәт биргәндәргә һәм Беҙҙең аяттарыбыҙға иман килтергән кешеләргә яҙасаҡмын;
157. улар — уҡый-яҙа белмәгән рәсүл — бәйғәмбәргә эйәрәләр һәм уны үҙҙәре алдындағы Әл-Тәүратта һәм Әл-Инжилдә яҙылған тип табалар, ул уларға яҡшылыҡты ҡуша, яманлыҡтан тыя, уларға яҡшы нәмәләрҙе рөхсәт итә һәм бысраҡ нәмәләрҙе харам ҡыла. Уларҙың ауыр йөктәрен һәм бығауҙарын алып ташлай — һәм уға иман килтергән, һәм уға булышҡан, һәм уға ярҙам иткән, һәм уның менән ебәрелгән нурға эйәргән кешеләр — былар уңышҡа ирешеүселәр!»
158. Әйт: «Эй һеҙ, кешеләр! Мин һеҙҙең бөтәгеҙ өсөн дә Алланың рәсүле, күктәрҙәге һәм Ерҙәге батшалыҡ Уныҡы, Унан башҡа илаһ юҡ; Ул терелтә һәм үлтерә. Аллаға һәм Уның һүҙҙәренә иман килтергән уҡый-яҙа белмәгән рәсүл-бәйғәмбәргә иман килтерегеҙ, һәм уның артынан эйәрегеҙ — моғайын, тура юлдан барырһығыҙ!»
159. Һәм Муса халҡынан бер өммәт бар, ул хаҡлыҡ менән алып бара һәм уның менән ғәҙел эш итә.
160. Беҙ уларҙы ун ике быуынға-өммәттәргә бүлдек. Мусаның халҡы эсергә һыу һорағас, Беҙ уға: «Таяғың менән ташҡа һук!» — тип, үәхи бирҙек. Унан ун ике шишмә атылып сыҡты һәм бөтә кеше үҙҙәренең эсә торған урындарын белде. Беҙ уларҙы болот менән күләгәләнек һәм уларға Күктән манна һәм бытбылдыҡ ҡоштарҙы ебәрҙек. Беҙ һеҙгә ризыҡ итеп биргән нәмәнең яҡшыларын ашағыҙ! Улар беҙгә золом ҡылманы, ләкин үҙ-үҙҙәренә генә залим булдылар!
161. Уларға: «Был ҡалала тороғоҙ, нимә теләһәгеҙ, шуны ашағыҙ һәм «Ярлыҡаныу!» — тип әйтегеҙ. Ишектән сәждә ҡылып инегеҙ, һәм Беҙ һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы ярлыҡарбыҙ. Беҙ яҡшылыҡ ҡылғандарға арттырырбыҙ!» — тип әйтелгәйне.
162. Уларҙан золом эшләгән кешеләр үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе икенсе һүҙ менән алмаштырҙылар. Залим булғандары өсөн Беҙ уларға Күктән яза ебәрҙек.
163. Һин уларҙан диңгеҙ эргәһендәге ҡала тураһында һора һәм шәмбе көнө уларҙың балыҡтары тура күтәрелеп уларға килгәндә уларҙың сиктән уҙыуҙары тураһында. Ә шәмбене байрам итмәгән көндө уларға килмәнеләр. Боҙоҡ эш ҡылғандары өсөн бына шулай һынайбыҙ Беҙ уларҙы!
164. Бына уларҙан бер өммәт: «Ни өсөн һеҙ Алла һәләк итәсәк йәки ҡаты ғазап бирәсәк халыҡты өгөтләйһегеҙ?» — тине. Улар: «Һеҙҙең Раббығыҙ алдында аҡланыу өсөн, һәм — моғайын, улар тәҡүәле булырҙар!» — тинеләр.
165. Үҙҙәренең иҫтәренә төшөрөлгән нәмәне онотҡас, яуызлыҡ эшләүҙән тыйған кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ һәм боҙоҡлоҡ ҡылғандары өсөн залим булған кешеләрҙе насар ғазап менән тоттоҡ!
166. Унан, тыйылған нәмәләрҙә сиктән уҙғас, Беҙ уларға: «Хурланып ҡыуылған маймылдар булығыҙ!» — тинек.
167. Бына һинең Раббың ҡиәмәт көнөнә тиклем уларға ҡаршы ҡаты яза килтерә торғандарҙы булдырасағы тураһында әйтте. Ысынлап та, Раббың яза биреүҙә етеҙ һәм, ысынлап та, ғәфү итеүсе, рәхимле!
168. Беҙ уларҙы Ер йөҙөнә өммәттәр итеп тараттыҡ: улар араһында изгелек ҡылғандар ҙа һәм уларҙан башҡалар ҙа бар. Беҙ уларҙы яҡшылыҡ менән дә, яманлыҡ менән дә һынап ҡараныҡ — моғайын, улар ҡайтырҙар!
169. Уларҙан һуң уларҙың тоҡомдары ҡалды һәм мираҫ итеп китапты алды. Улар был донъяның осраҡлы нәмәләрен алдылар һәм: «Беҙгә ярлыҡау булыр!» — тинеләр. Әгәр уларға теге кеүек осраҡлы нәмә килһә,— уны ла алалар. Әллә уларҙан Алла өҫтөнән хаҡ һуҙ генә әйтегеҙ тип китап килешеүе алынманымы; һәм улар унда булғанды уҡып өйрәнде. Ахирәт йорто тәҡүәлеләргә яҡшыраҡ, һеҙ аҡылға килмәҫһегеҙме ни?
170. Ә китапҡа тотонғандар һәм намаҙ торғандар — Беҙ изге эш эшләгәндәрҙең әжерен зая ҡылмайбыҙ!
171. Һәм, күләгә шикелле итеп, улар өҫтөнә тау күтәрҙек, һәм улар уны өҫтәренә төшә тип уйланы. Беҙ һеҙгә биргәнде ныҡ тотоғоҙ һәм унда булған нәмәне иҫкә төшөрөгөҙ — моғайын, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ!
172. Һәм бына Раббың Әҙәмдең балаларынан, уларҙың арҡаларынан уларҙың тоҡомдарын сығарҙы һәм уларҙы үҙ-үҙҙәренә шаһит булырға мәжбүр итте: «Мин Раббығыҙ түгелме ни?» Улар: «Эйе, беҙ шаһитлыҡ итәбеҙ!» — тинеләр... Һеҙ ҡиәмәт көнөндә «Беҙ бынан битараф булдыҡ»,— тип әйтмәүегеҙ өсөн.
173. Йәки: «Элек аталарыбыҙ Аллаға тиңдәш тотто, ә беҙ — уларҙың тоҡомо. Ялғанға эйәргәндәрҙең ҡылған эштәре өсөн беҙҙе һәләк итерһеңме ни?» — тип әйтмәүегеҙ өсөн.
174. Бына шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы — моғайын, улар [кафырлыҡтарынан] ҡайтырҙар.
175. Һин уларға аяттарыбыҙҙы биргән кеше тураһындағы хәбәрҙе уҡы, ә ул аяттарыбыҙҙан ситкә китте. Уны шайтан үҙенә эйәреүсе итте һәм ул аҙашҡандарҙан булды.
176. Беҙ, әгәр теләһәк, уны улар менән күтәргән булыр инек. Әммә ул ергә эйелде һәм үҙенең нәфсеһе теләгәнгә эйәрҙе, һәм ул эткә оҡшай: әгәр уға ташланһаң да ул телен сығара, үҙ яйына ҡуйһаң да телен сығара. Был — Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләр тураһында ғибрәт. Ҡисса итеп һөйлә — моғайын, улар уйлап ҡарар.
177. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләр насар үрнәк булды: улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылды!
178. Алла кемде алып барһа, шул тура юлдан бара, кемде юлдан яҙҙырһа — шул зыян күреүселәрҙән була.
179. Беҙ тамуҡ өсөн күп ендәрҙе һәм кешеләрҙе бар ҡылдыҡ, уларҙың йөрәктәре бар, әммә улар менән бер нәмә лә аңламайҙар, күҙҙәре бар улар менән күрмәйҙәр, ҡолаҡтары бар, улар менән ишетмәйҙәр, улар хайуандар шикелле, хатта нығыраҡ аҙашҡандар. Улар — битараф халыҡ.
180. Алланың гүзәл исемдәре бар. Шулар менән Уға доға ҡылығыҙ, Уның исемдәрен боҙоусыларҙы ҡалдырығыҙ. Улар эшләгән эштәренең язаһын алыр!
181. Беҙ бар иткәндәрҙән хәҡиҡәт менән алып барыусы һәм уның менән ғәҙеллек ҡылыусы өммәт бар.
182. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанағандарҙы һиҙҙермәҫтән һәләкәткә ирештерербеҙ, улар белмәҫтәр ҙә.
183. Мин уларға кисектереү бирәм, Минең хәйләм бик ныҡ бит.
184. Уларҙың юлдашы аҡылдан яҙған түгел тип уйлап еткермәнеләрме икән ни? Ул асыҡтан-асыҡ өгөтләүсе-иҫкәртеүсе генә бит.
185. Әллә улар күктәр һәм Ер өҫтөндәге хакимлыҡ һәм Алла бар иткән бөтә нәмә тураһында һәм, бәлки, уларҙың әжәлдәре яҡынайыуы тураһында уйлап ҡараманылармы икән ни? Бынан һуң улар ниндәй һүҙгә ышаныр икән?
186. Алла бер кешене аҙаштырһа, уға юл күрһәтеүсе юҡ һәм Ул ундайҙарзы һукыр хәлдә аҙашып йөрөүҙәрендә ҡалдыра.
187. Улар һинән [ҡиәмәт] сәғәте тураһында һорай: ҡайҙа ул туҡталыр [ҡасан булыр]? «Уның тураһындағы белем — Раббым ҡарамағында. Уны үҙ уаҡытында Ул ғына асыр. Ауыр ул күктәрҙә һәм Ерҙә. Ул һеҙгә ҡапыл килер»,— тип әйт. Улар һинән һорай, әйтерһең дә һин уны беләһең. «Уның тураһындағы белем тик Аллала, әммә кешеләрҙең күбеһе уны белмәй»,— тип әйт.
188. «Мин үҙемә ҡарата файҙаға ла, зыянға ла хужа түгел, әгәр уны Алла теләмәһә. Әгәр мин ғәйеп нәмәләрҙе белһәм, үҙем өсөн яҡшы нәмәләрҙе арттырған булыр инем, һәм миңә яманлыҡ теймәҫ ине. Мин бит өгөтләүсе-иҫкәртеүсе һәм иман килтергән халыҡтарҙы һөйөндөрөүсе генә»,— тип әйт.
189. Ул һеҙҙе бер йәндән бар ҡылды һәм унда тынысланыу булһын өсөн үҙенән үк ҡатынын барлыҡҡа килтерҙе. Ул ҡатынға яҡынлыҡ ҡылғас, ҡатын еңел йөк менән йөккә ҡалды һәм уның менән йөрөнө; инде ҡатын ауырайғас, икеһе лә Раббылары — Аллаға: «Әгәр Һин беҙгә изге бала бирһәң, беҙ Һиңә шөкөр итеүселәрҙән булырбыҙ!» — тип доға ҡылдылар.
190. Ул уларға изгене биргәс, улар Ул биргәнде Уға тиңдәш иттеләр. Әммә Алла улар тиңдәш иткәндән бик юғары!
191. Улар һис бер нәмәне барлыҡҡа килтерә алмай торғанды Уға тиңдәш итерҙәрме ни, ә улар үҙҙәре барлыҡҡа килтерелгәндәр,
192. һәм уларға ярҙам итергә лә көстәре етмәй, үҙ-үҙҙәренә лә ярҙам итә алмайҙар.
193. Әгәр һеҙ уларҙы тура юлға саҡырһағыҙ, улар һеҙгә эйәрмәй. Һеҙ уларҙы саҡыраһығыҙмы, әллә һүҙ ҡушмайһығыҙмы — һеҙҙең өсөн барыбер.
194. Алланан башҡа һеҙ доға ҡыла торған нәмәләр — һеҙҙең кеүек үк ҡолдар! Саҡырығыҙ уларҙы, әйҙә, яуап бирһендәр һеҙгә, әгәр һеҙ хаҡ һөйләүселәрҙән булһағыҙ!
195. Әллә уларҙың аяҡтары бармы, улар менән йөрөй торған, йәки ҡулдары бармы, улар менән тота торған, йәки уларҙың күҙҙәре бармы, улар менән күрә торған, йәки уларҙың ҡолаҡтары бармы, улар менән ишетә торған? Әйт: «Тиңдәштәрегеҙҙе саҡырығыҙ, һәм шунан һуң миңә ҡаршы хәйлә ҡороғоҙ һәм миңә кисектереү бирмәгеҙ!
196. Ысынлап та, минең дуҫым — Алла, Ул китап иңдергән һәм изгелек ҡылыусыларға ярҙам итә!
197. Ә һеҙ Алланан башҡа доға ҡылған нәмәләр һеҙгә ярҙам итә алмайҙар һәм үҙ-үҙҙәренә лә ярҙам итмәйҙәр».
198. Һин уларҙы тура юлға саҡырһаң, улар тыңламай. Һәм һин уларҙың һиңә ҡарап тороуҙарын күрәһең, әммә улар күрмәй.
199. Ғәфү итеүҙе тот, яҡшылыҡҡа өндә һәм наҙандарҙан йөҙ сөйөр!
200. Әгәр шайтан тарафынан булған берәй төрлө ҡотҡоға тарыһаң, Аллаға һыйын, Ул ишетә, белә!
201. Тәҡүәле кешеләргә шайтандан ҡотҡо ҡағылһа, улар [Алланы] иҫкә төшөрәләр һәм бына улар [хаҡ юлды] күрә.
202. Ә уларҙың туғандары уларҙа аҙашыу арттыра һәм бынан һуң уны кәметмәй.
203. Әгәр һин уларға аят килтермәһәң, улар: «Һин уны һайлап алһаң ине!» — тип әйтәләр. «Мин бары Раббымдан үәхи ителгәнгә генә эйәрәм. Был — Раббығыҙҙан асыҡтан-асыҡ аяттар, иман килтергән халыҡтарға юл күрһәтеүсе һәм рәхмәт»,— тип әйт.
204. Һәм Ҡөрьән уҡылған уаҡытта уны тыңлағыҙ һәм өндәшмәгеҙ,— моғайын, һеҙ рәхмәт алырһығыҙ!
205. Раббыңды буйһоноу һәм ҡурҡыу менән күңелеңдән иҫкә ал — һүҙҙәрҙе таңда ла, кис тә ҡысҡырып әйтмә һәм битарафтарҙан булма!
206. Раббың ҡаршыһында булғандар Уға ғибәҙәт ҡылыуҙан тәкәбберләнмәй, Уға тәсбих әйтәләр һәм Уға сәждә ҡылалар!