Эстәлеккә күсергә

Балет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Аҡҡош күле» балетында баленина Wilfride Piollet

Бале́т (франц. ballet, итал. ballo — бейейем) — музыкаль-хореографик образдарҙы берләштереүсе сәхнә сәнғәте төрө.

Балеттағы төп сәнғәти алым — бейеү, ул пантомима менән бергә сюжетты һәм геройҙарҙың характерҙарын сағылдыра. «Балет» төшөнсәһе XVI быуаттың 2-се яртыһында Италияла барлыҡҡа килә һәм баштараҡ спектакльдәге бейеү мәғәнәһендә ҡулланыла. XVI быуат аҙағында балет тип музыканы, йыр, һөйләм һәм бейеүҙе берләштергән тамашаны атай башлыйҙар. XVII быуат дауамында балет зиннәтле һарайҙар тамашасы характерындағы күренеш булараҡ, башлыса, Францияла үҫеш ала.

XVIII быуатта мөстәҡил сәнғәт төрөнә әүерелә. XIX быуаттың 2-се яртыһында Рәсәйҙә композиторҙар П.И. Чайковский, А.К. Глазунов һәм балетмейстерлар М.И. Петипа, Л.И. Иванов («Йоҡоға талған гүҙәл», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле», «Раймонда») ижадында балет сәскә атыу осоро кисерә. 1900 йылдарҙа балетмейстерҙар М.М. Фокин, А.А. Горский балет сәнғәтенең яңы эстетик хасийәтын булдыралар, аңа хәҙерге сәнғәт һәм әҙәбиәт идеяләрен керетәләр. XIX быуат аҙағында балет сәнғәтен бөтә доньяға таралуына С.П. Дягилевтың «Урыҫ сезондары» һәм А.П. Павлова гастрольдәре этәргес бирә. Хәҙерге балет сәнғәтенең үҫеш этаптары Р. Глиэрдың «Ҡыҙыл мәк», балет Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта»һы, А. Хачатуряндың «Гаянэ», «Спартак» әҫәрҙәрендә һ.б. ла сағыла, уға стильдең, жанр һәм форманың күп төрлөлөгө — классиканан алып джаз һәм модерн-балетҡа ҡәҙәр булған төрҙәрҙе берләштереүе хас.