Эстәлеккә күсергә

Баҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙы
башҡ. Баҙы
Характеристика
Оҙонлоғо 123 км
Бассейн 1590 км²
Һыу сығымы 2,5 м³/с (Ырыҫай)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы 2,5 км от д. Михайловка
 · Координаталар 54°55′18″ с. ш. 54°17′29″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел
 · Бейеклеге 64 м
 · Координаталар 55°41′04″ с. ш. 54°30′37″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ағиҙел  → Ҡама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010201612111100026329
Баҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы

Баҙы (рус. База) — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға.

Географик белешмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Михайловка ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта баш ала. Көньяҡтан төньяҡҡа Шаран, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө райондары биләмәһе аша Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 110 км) ҡоя. Дөйөм оҙонлоғо 123 км, бассейн майҙаны 1590 км², дөйөм түбәнләнеше 150 метр. Башлыса яҙғы ҡар һыуҙары менән тулылана. Йыллыҡ ағымы 65%-ы яҙғы (апрель—май), 20%-ы йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 15%-ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә.

Илеш районы Рсай ауылы янында уртаса йыллыҡ ағымы 2,5 м³/с тәшкил итә. Бассейны Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында һәм өҫкө пермдең өфө ярусы һәм ҡазан ярусының алевролиттары, ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары, мергелдәре һәм аргиллиттарынан торған Кама-Ағиҙел ҡырлалы уйһыулығында урынлашҡан. Ландшафттары ярлы ҡара тупраҡлы, урманлы даланан тора, көнбайыш өлөшөндә һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар осрай. Бассейндың 8%-ын урман ҡаплаған, 65-%ы һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Кеүәш.