Сарагоса
Сарагоса (исп. Zaragoza [θaɾaˈɣoθa], араг. Zaragoza) — Испанияның төньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Арагон автономиялы округының баш ҡалаһы, Сарагосаның һәм шул исемдәге округтың провинцияһы. Эбро йылғаһының урта ағымында, диңгеҙ кимәленән 200 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Ҡала халҡы — яҡынса 660 мең кеше, ҙурлығы буйынса Испанияла бишенсе ҡала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарагосаға нигеҙҙе Colonia Caesaraugusta (император Август колонияһы) исеме аҫтында Рим кешеләре беҙҙең эраға тиклем 24-се йылда һала, хәҙерге атамаһы ла шунан алынған. 380 йылда Сарагосала дөйөм христиан синоды үткәрелә[8]
712—713 йылдарҙа ҡаланы ғәрәптәр яулап ала. VIII быуаттан Сарагоса Кордова хәлифәлегенә хеҙмәт итә һәм төньяҡ Испанияның христиан короллегенә ҡаршы көрәшендә мавритан форпосы булып тора. Хәлифәлек тарҡалғандан һуң Сарагоса үҙаллы мосолман дәүләте үҙәгенә әйләнә, 1118 йылда Арагон һәм Наварраның короле Альфонсо I тарафынан яулап алына һәм артабан шул короллектең сәскә атҡан баш ҡалаһына әүерелә. Альфонсо I указы буйынса Сарагосала йәшәгән бөтә ғәрәптәр ҡаланы ташлап китә. XII быуат аҙағынан Сарагоса Арагондың үҙәге була һәм Испанияның сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1348 йылдың октябрендә Педро IV хакимлыҡ иткәндә Сарагосала кортестар королгә ҡаршы йүнәлтелгән коалициялар төҙөүҙе тыйыусы закон ҡабул итә
1391 йылдағы ҡыйралыш Сарагосалағы йәһүдтәргә ҡағылмай, һәм ҡала философ һәм раввин Хасдай Крескас етәкселегендә Испанияла йәһүд тормошо үҙәгенә әйләнә[9]. 1492 йылда йәһүдтәрҙе һәм ғәрәптәрҙе Сараглсанан ҡыуалар, һөҙөмтәлә ҡалала халыҡ һаны ныҡ ҡына кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, Сарагоса Испанияла иң эре ҡалаларҙың береһе булып ҡала (1548 йылда бында 25 мең самаһы халыҡ йәшәй).
XV быуат аҙағында Испания берләшкәндән һуң ҡала үҙенең әһәмиәтен юғалта, әммә ҡала бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алып барылған Испан һуғышы осоронда 1808 — 1809 йылдарҙа ҡаланы ҡамап алған француздарға ҡаршы батырҙарса оборона булдырыу менән дан ҡаҙана. Шул мәлдә ҡаланы обороналауҙа ҡатнашҡан 50 меңгә яҡын кеше һәләк була. Ҡаланы обороналау боронғо аргон дворяндар нәҫеленә ҡараған арагон Хосе Ребольедо де Палафокс һәм Мельси етәкселегендә башҡарыла.[10] Ул хәрбиҙәр сословиеһына ҡарамай, әммә Сарагосалағы ихтилал ваҡытында генерал-капитан тип иғлан ителә, һәм ул 9 айға яҡын Сарагосаны обороналауға уңышлы етәкселек итә. Ул беренсе ике айлыҡ ҡамау һәм штурмлау ваҡытында генералдар Вердьё һәм Лефевр-Денуетты еңеүгә өлгәшә. Сарагосаны икенсе ҡамау-штурмлауға Наполеон маршалдары — Монсей, ә һуңғараҡ Ланн етәкселек итә. Ике ҡамау осоронда француздар яҡынса 25 мең кеше, ә ҡаланы обороналыусылар 50 меңдән ашыу кеше юғалта. Оборонала ҡатнашыусыларҙың 30 меңгә яҡыны ҡулына ҡоралды беренсе тапҡыр алған тыныс халыҡ була. Ҡорал тоторға һәләтле һәр кеше — шул иҫәптән балалар һәм ҡатын-ҡыҙ ҡаланы баҫып алыуҙан һаҡлау өсөн күтәрелә. Һуғыш аҙағына тиклем 8 көн ҡалғас, сирле, йыш ҡына аңын юғалтҡан Палафокс командалыҡ итеүҙе Сен-Маркҡа тапшыра. Палафокс аңын юғалтҡан хәлдә француздарға әсирлеккә эләгә. Тик Наполеон ҡолатылғас ҡына Палафокс Сарагосаға ҡайта. Ғүмеренең аҙағында Палафокс герцог Сарагосский исеменә лайыҡ булав..[11]
Сарагосаны Граждандар һуғышы осоронда беренсе тапҡыр баҫып алырға маташыу уңышһыҙлыҡҡа осраһа, икенсе ынтылышта француздар уңышҡа өлгөшө. Ҡаланы француздар баҫып алғандан һуң Сарагоса төбәктәге милләтселәр үҙәгенә әйләнә. Һуғыш йылдарында республика яҡлы булған 3643 кеше Торреро зыяратында атып үлтерелә.
XX быуаттың икенсе яртыһында арҡаһында индустриялаштырыу һәм урбанизация арҡаһында Сарагосаның иҡтисады бик тиү үҫешә. Ҡалала һәм уның тирәләй яңы фабрикалар асыла. Хәҙерге ваҡытта Сарагоса Испанияның иң ҙур биш ҡалаһы исемлегенә инә. 2008 йылда ҡалала Бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә, был да Сарагоса иҡтисады үҫешенә яңы этәргес бирә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Сарагосала 679 624 кеше йәшәй. Уларҙың 48,4 % — ир-егет, 51,2 проценты — ҡатын-ҡыҙ.
1991 | 1999 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
594 394 | 603 367 | 610 976 | 620 419 | 626 081 | 638 799 | 647 373 | 649 181 | 654 390 | 666 129 | 674 317 | 675 121 | 674 725 | 679 624 |
Мең кешегә халыҡ һанының үҙгәреүе:
2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса йәш буйынса халыҡ һанының бүленеше:
- 16 йәшкә тиклем — 15,1 %,
- 16 ййәштән 64 йәшкә тиклем — 66,2 %,
- 65 йәштән өлкән — 18,7 %.
Сит илдәрҙән килеп йәшәүселәр халыҡтың 12,4 процентын тәшкил итә, сит ил кешеләренең күбеһе Африка илдәренән, шулай уҡ Үҙәк һәм Көньяҡ Америка һәм Вест-Һиндостандан килгән. Исемлектә артабан Европа союзынан килгәндәр тора.[12]
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала бөтә яҡтан да тауҙар менән уратып алынған Эбро йылғаһы бассейнында ята. Сарагосаның климаты — һалҡын дала климаты (Кёплен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса BSk). Әммә Урта диңгеҙ климаты өсөн хас сифаттар ҙа күҙәтелә (Csa): йәй һәм ҡыш ҡоро һәм дымлы, яҙғы һәм көҙгө климат тағы ла дымлыраҡ. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәттә һауа температураһы — 40 градусҡа барып етһә лә, йәй ҡоро була, яуым-төшөмдөң күпселеге яҙ айҙарында яуа.
Климат Сарагоса | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Два. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Тирәсте. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 10,3 | 13,3 | 16,6 | 18,7 | 23,2 | 27,7 | 31,5 | 31,0 | 26,7 | 20,7 | 14,3 | 10,7 | 20,4 |
Уртаса температура, °C | 6,4 | 8,4 | 10,9 | 13,0 | 17,2 | 21,3 | 24,5 | 24,4 | 20,7 | 15,5 | 10,0 | 7,1 | 15,0 |
Ул кәм тигәндә, °C | 2,4 | 3,5 | 5,2 | 7,4 | 11,2 | 14,8 | 17,6 | 17,8 | 14,7 | 10,3 | 5,8 | 3,5 | 9,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 22 | 20 | 20 | 35 | 44 | 31 | 18 | 17 | 27 | 30 | 30 | 23 | 318 |
Сығанағы: Estatal Meteorología de Agencia |
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарагоса иҡтисади үҫеш кимәле буйынса Испанияла дүртенсе урынды биләй[13]. Ауыл хужалығының роле әкренләп кәмей бара, сәнәғәт ҡала иҡтисадының нигеҙе булып тора. 1982 йылда Сарагоса эргәһендә ятҡан Фигеруэлас муниципалитетында Opel автомобилдәрен етештереү буйынса асылған завод төбәк халҡына төп эш биреүсегә әйләнә. Заводта Opel Corsa, Meriva, Combo моделдәре сығарыла. Фигеруэластың 6400 кеше эшләгән заводы — General Motors компанияһының Европалағы иң ҙур заводы.[14] Завод эргәһендә автомобиль компоненттарын сауҙағы сығарыу менән шөғөлләнеүсе фирмалар эшләй.
Бынан тыш,Сарагосала BSH Bosch und Siemens Hausgeräte GmbH (көнкүреш техникаһын етештереүсе), Ferrocarriles y de Auxiliar Construcciones y Au[iliar de Ferrocarriles (тимер юл системалары), Sociedad Anonima Industrias Celilosa Aragonesa, ICT Ibérica һәм Torraspapel (ҡағыҙ етештереү), Pikolin (матрас етештереү), Lacasa (шоколад), Tata Hispano (автобустар етештереү), Ámbar (һыра ҡайнатыу) һәм башҡа компанияларҙың филаилдары урынлашҡан..
Plataforma Logística de Zaragoza[es] (PLAZA) — көньяҡ Европалағы иң ҙур логистика үҙәге Сарагосаны Испанияла Мадрид һәм Барселонанан ҡала тауар әйләнеше буйынса өсөнсө терминалға әйләндерә[15].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юлдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автотранспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәбиғәт һәйкәлдәре
- Эбро йылғаһы һәм уның ярҙары.
- Хосе Антонио Лабордеты исемендәге «Grande» паркы (элек — Мигель Примо де Ривера исемендәге).
- Арагондың Император каналы.
- «Galacho Juslibol» тәбиҙәт паркы
- «Galacho La Alfranca» тәбиғәт паркы
- Луис Бунюэль аквапаркы
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Relación de Municipios y sus Códigos por Provincias — Национальный институт статистики, 2019.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 http://www.academiadelallingua.com/diccionariu/index.php?cod=51374 (билдәһеҙ) — 2000. — ISBN 978-84-8168-208-3
- ↑ Национальный институт статистики https://www.ine.es/jaxi/Tabla.htm?tpx=61398&L=0 — 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Национальный институт статистики https://www.ine.es/dynt3/inebase/es/index.htm?padre=517&capsel=525
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-frjckl/Saragozza/?zoom=19¢er=41.65605%2C-0.87737&popup=41.65625%2C-0.87729
- ↑ http://www.zaragoza.es/ciudad/zaragozainternacional/hermanamientos.htm
- ↑ https://starportal.skopje.gov.mk/DesktopDefault.aspx?tabindex=0&tabid=172
- ↑ Concilium Caesaragustanum
- ↑ Сарагоса — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Жозе Палафокс-и-Мельци
- ↑ Халыҡ-ара хәрби-тарихи ассоциация. Эргәһендәге алышта һәм ҡамауҙағы Сарагоса
- ↑ Сит ил граждандарының өлөшө, мәғлүмәт Nacional de Instituto Estadística, (инг.)
- ↑ Anuario | CaixaBank Research 2016 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Завод Сарагоса. Цифрҙар һәм факттар 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 15 август 2010. Архивировано 24 март 2010 года. 2010 йыл 24 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сарагосса, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- zaragoza.es — Сарагосы рәсми сайты (исп.)