Эстәлеккә күсергә

Синагога

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Синагога Иерусалим Ҡорамы бөтөрөүҙән һүң йәһүҙилектең төп ғибәҙәт урыны булып тора. Православие сиркәүенән айырмалы рәүештә синагога ҡорам түгел, ҡорбан килтереүҙәр өсөн бер генә урын Иерусалим Ҡорамы булып тора. Яңы Иерусалим Ҡорамы булдырыу өсөн бер генә урын бар — Иерусалимдағы Ҡорам тауы.

Синагога «Кахаль Шалом», Родос, Греция

Башҡорт телендәге синагога һүҙе урыҫ теленән алынған, урыҫ һүҙе грек. συναγωγή(synagogé) "йыйылыш" һүҙенән килә. Йәһүд телендә синагоганың ике исеме бар: йәһ. בית כנסת‎‎, никудлы имләһендә בֵּית כְּנֶסֶת‎, уҡыу: [beit 'k(ə)neset] (Beiţ Knes(s)eţ, бейт-кнессет) ? "йыйылыш йорто" һәм йәһ. בית התפילה‎ "доға йорто". Икенсе исем Талмудта бер генә тапҡыр осрай.