Хучжоу
Хучжоу | |
Рәсми атамаһы | 湖州市 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Чжэцзян[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Закондар сығарыу органы | Q106823194?[1] |
Халыҡ һаны |
2 893 542 кеше (2010), 3 367 579 кеше (2020)[2] |
Административ рәүештә бүленә | Усин[d], Наньсюнь[d], Дэцин[d], Чансин[d] һәм Аньцзи[d] |
Туғандаш ҡала | Радом[d] һәм Леганес[d] |
Сиктәш | Сучжоу[d] |
Алыштырған | Специальный район Цзясин[d] |
Майҙан | 5820,26 км² |
Почта индексы | 313000 |
Рәсми сайт | huzhou.gov.cn |
Городское население | 569 000[3] |
Урындағы телефон коды | 0572 |
Номер тамғаһы коды | 浙E |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Huzhou[d] |
Хучжоу Викимилектә |
Хучжо́у (ҡыт. упр. 湖州, пиньинь: Húzhōu) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Чжэцзян провинцияһында урынлашҡан ҡала округы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хучжоу ҡала округы Тайху күленең көньяҡ ярында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә ҡытай ерҙәре Цинь империяһына берләшкәндән һуң бында Учэн өйәҙе (乌程县) ойошторола. Б. э. т. 121 йылда, Хань империяһы осоронда Гучжан өйәҙе (故鄣县) ойошторола. 185 йылда Гучжан өйәҙенең көньяҡ өлөшө айырым Аньцзи өйәҙенә бүленә, ул «Ши цзин» юлы хөрмәтенә аталған.
Өс Батшалыҡ дәүерендә был урындар У Өс батшалығы составына инә. 222 йылда бында, уның территорияһындағы Юнъаньшань тауы исеме менән аталған Юнъань өйәҙе (永安县) ойошторола. 266 йылда Усин округы (兴נ郡) ойошторола, уның атамаһы «У Батшалығы сәскә ата» (吴国兴盛) фразыһы иероглифынан алына. Ҡытай ерҙәре Цзинь империяһына берләшкәндән һуң, Юнъань өйәҙе 280 йылда Юнкан (永康县) тип үҙгәртелә, ә өс йылдан Һуң уның территорияһындағы Уканшань тауы атамаһынан Укан (武康县) исемен ала. 282 йылда Учэн өйәҙенән Чанчэн өйәҙе (长城县) бүленеп сыға.
Был биләмәләр Лян империяһы составында булғанда, Көньяҡ һәм Төньяҡ династиялар дәүерендә, атамаһы сифатында Тайху күленең боронғо исеме ҡулланылған Усин округы Чжэньчжоу өлкәһе (震州) итеп үҙгәртелә. 602 йылда, Суй империяһы осоронда өлкә Хучжоу (湖州, «Озёрная область» — «Күл өлкәһе») тип үҙгәртелә.
Тан империяһы осоронда, 691 йылда, Укан өйәҙенән Уюань өйәҙе (武康县) айырылып сыға. 711 йылда ул — Линьси (临溪县), ә 742 йылда — Дэцин тип үҙгәртелә.
Чжу Вэнь (Тай Цзу) Һуңғы Лян дәүләтенә нигеҙ һалғандан һуң, атаһы Чжу Чэндың исеме кеүек уҡылған иероглифты файҙаланмаҫ өсөн, исемдәргә тыйыуҙы (табу) үтәп, Чанчэн өйәҙе 910 йылда Чансин тип үҙгәртелә.
982 йылда Сун империяһы осоронда Учэн өйәҙенән Гуйань өйәҙе (归安县) айырылып сыға. 1276 йылда Монголия яулап алғандан һуң, Хучжоу өлкәһе Хучжоу төбәге (湖州路) итеп үҙгәртелә. Монголдар власы ҡолатылып, Мин империяһы ойошторолғандан һуң, «төбәктәр» «управа» («идаралыҡ») тип үҙгәртәләр — шулай итеп 1366 йылда Хучжоу управаһы (湖州府) барлыҡҡа килә. Тәүҙә ул туранан-тура император Һарайына буйһонған, ләкин 1381 йылда яңыраҡ төҙөлгән Чжэцзян провинцияһы бик бәләкәй булғанлыҡтан, идаралыҡ Чжэцзян провинцияһы властары ҡарамағына тапшырылған. Мин империяһы осоронда, 1487 йылда, Аньцзи өйәҙенән Сяофэн өйәҙе (孝丰县) бүленгән. 1506 йылда Аньцзи өйәҙе статусы буйынса күтәрелә, Аньцзи (安吉州) өлкәһе тип атала һәм Сяофэн өйәҙе Аньцзи өлкәһе етәкселегенә буйһона. 1774 йылда Цин империяһы заманында Аньцзи өлкәһе йәнә өйәҙ статусын ала.
Синьхай революцияһынан һуң Кытайҙа административ бүленеш структураһы үҙгәртеп ҡорола, һәм 1912 йылда управалар бөтөрөлә. Хучжоу идаралығы ла бөтөрөлә, ә Учэн һәм Гуйань өйәҙҙәре Усин өйәҙенә (吴兴县) берләштерелә.
1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килгәндән һуң, Цзясин (嘉兴专区) Махсус районы ойошторола, бындағы биләмәләр уның составына индерелә; Аньцзи һәм Сяофэн өйәҙҙәре Махсус Линьань районы (临安专区) составына инә. Өйәҙҙең урбанизацияланған өлөшө 1949 йылда айырым Усин ҡалаһына (吴兴市) бүленә, 1950 йылда Хучжоу тип үҙгәртелә. 1953 йылда Махсус Линьань районы таратыла, һәм Аньцзи һәм Сяофэн өйәҙҙәре Махсус Цзясин районы составына индерелә, ә Хучжоу ҡалаһы Махсус район составынан сығарыла һәм туранан-тура Чжэцзян провинцияһы хөкүмәтенә буйһона.
1958 йылда Хучжоу ҡалаһы Махсус район составына ҡайтарыла, ә Сяофэн өйәҙе Аньцзи өйәҙенә ҡушыла. 1959 йылда Махсус район властары Цзясин ҡалаһынан Хучжоу ҡалаһына күсеп килә. 1962 йылда Хучжоу ҡалаһы бөтөрөлә, ә уның территорияһы Усин өйәҙе составына тапшырыла. 1970 йылда Хучжоу ҡалаһы тергеҙелә.
1973 йылда Махсус Цзясин районы Цзясин округы (嘉兴地区) тип үҙгәртелә.
1981 йылда Усин өйәҙе таратыла, ә уның территорияһы Хучжоу ҡалаһы составына инә.
1983 йылдың октябрендә Цзясин округы таратыла, уның урынына Цзясин һәм Хучжоу ҡала округтары ойошторола. Хучжоу ҡалаһы был осраҡта таратыла, уның урынына Хучжоу ҡала округының Ҡала (城区) һәм Ҡала яны районы (郊区) ойошторола.
1988 йылдың ноябрендә Ҡала һәм Ҡала яны райондары бөтөрөлә, ә уларҙың биләмәһе ҡала округы властарының туранан-тура идаралығына күсә.
1993 йылдың сентябрендә райондарға бүлеү ҡабаттан индерелә: Ҡала районы, Наньсюнь районы һәм Линху районы (菱湖区) ойошторола.
2003 йылда райондарға бүлеү бөтөрөлә, ә уның урынына Усин һәм Наньсюнь райондарына бүлеү индерелә.
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хучжоу ҡала округы 2 районға, 3 өйәҙгә бүленә:
Карта | |||||
---|---|---|---|---|---|
Статусы | Атамаһы | Иероглифтары | Пиньинь | Халҡы (2010) |
Майҙаны (км²) |
Район | Усин | 吴兴区 | Wúxīng qū | ||
Район | Наньсюнь | 南浔区 | Nánxún qū | ||
Өйәҙ | Дэцин | 德清县 | Déqīng xiàn | ||
Өйәҙ | Чансин | 长兴县 | Chángxīng xiàn | ||
Өйәҙ | Аньцзи | 安吉县 | Ānjí xiàn |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Округта Tianneng Power, Chilwee Group, SVOLT һәм Chaowei Energy & Power аккумулятор заводтары, Tongkun Group, Xinfengming Group һәм Unifull Industrial Fibre химик сүс заводтары, Dehua TB New Decoration Material төҙөлөш материалдары заводтары, Orient Gene Biotech диагностика ҡорамалдары заводы, Noblelift Intelligent Equipment һәм Dingli Machinery келәт тейәгестәре заводтары, Henglin Home Furnishings һәм UE Furniture мебель фабрикалары, LandSpace компанияһының ракета заводы урынлашҡан[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.) — 北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9
- ↑ http://www.mohurd.gov.cn/xytj/tjzljsxytjgb/jstjnj/w02020123122485271423125000.xls
- ↑ Ракетно-космическая промышленность Китая . Зарубежное военное обозрение. Дата обращения: 16 март 2021. Архивировано из оригинала 23 апрель 2021 года.