Чухлома
Чухлома | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1381 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Чухломский район[d][1] һәм Городское поселение город Чухлома[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Чухлома[d][1] |
Халыҡ һаны | 4252 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 180 метр |
Майҙан | 7 км² |
Почта индексы | 157130 |
Урындағы телефон коды | 49441 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Чухломе[d] |
Чухлома Викимилектә |
Чухлома (Чухлома)[3] — ҡала (1381 йылдан алып[4]) Рәсәйҙең Кострома өлкәһе Чухлома районының административ үҙәге.
Чухлома ҡалаһы статуслы ҡала биләмәһе менән бергә уның составындағы берҙә-бер тораҡ пунктлы муниципаль берәмек[5].
Халҡы — 5054 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Чухлома күле ярында, тимер юл үҙәге Галич ҡалаһынан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙ һалыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙ урыны һәм ваҡыты аныҡ билдәле түгел[6], шул шаһит була, X быуатта Чухлома күленең көньяғында түгел[7], ә төньяҡ ярында (һуңыраҡ унда Авраамиев Городецкий монастыры нигеҙләнә) ҡала булғанлығы билдәле. Чухлома ҡалаһына нигеҙ 1381 йылда күлдең кәньяҡ ярында һалынған тип иҫәпләнә (Чухломаның әҙәби сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр телгә алыныу йылы).
Төп тракт транзит юлынан ситтә торған Чухлома сауҙа ҡалаһы булмай, унда йәшәүсе кешеләр һөнәрселек һәм ваҡлап сауҙа итеү менән көн күргән. Халыҡтың күп өлөшө балыҡ тотоу һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән. Мал-тыуар үҫтереү өсөн көтөүлектәр аҙ булғанлыҡтан, бында май бешеү, сыр яһау мөмкинлектәре сикләнгән. Чухломала берҙән-бер предприятие-Нелидов һыра заводы 1844 йыл документында теркәлгән.
Буталсыҡ заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чухлома Буталсыҡ заманда ныҡ зыян күргән.
Хронология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- X быуат — Чухлома күленең төньяҡ ярындағы ултыраҡ.
- 1381 йыл — йылъяҙмаларҙа ҡала Галич-Мерьский кенәзлеге составында телгә алына[8]
- XVI быуат — Чухлома ерҙәрендә административ-территориаль берәмек — Чухлома ҡамауы барлыҡҡа килә, уның үҙәгендә Чухлома ҡалаһы торған.
- 1719 йылда — Петр I территориаль бүленеше буйынса , Чухлома ҡалаһы Чухлома дистриктының үҙәге була һәм Архангелогородский губернаһының Галицкий провинцияһы составына инә.
- 1778 йыл — Чухлома Екатерина II указы буйынса, Кострома наместниклығының Чухлома өйәҙе ҡалаһына әүерелгән. 1796 йылдан алып Кострома губернаһы составында[8]
- 1928 йылда — Кострома губернаһында районлаштырыу үткәрелә. Ҡала Чухлома районының административ үҙәге булып тора
- 1929 йыл — Кострома губернаһы Иваново-Вознесенск (Иваново) Сәнәғәт өлкәһенең Кострома округы тип үҙгәртелә
- 1936 йыл — Иваново Сәнәғәт өлкәһе Владимир һәм Ярославль өлкәһенә бүленә. Чухлома һәм Судай Ярославль өлкәһенә ҡарай
- 1944 йыл — Кострома өлкәһе төҙөлә, уның составына Судай һәм Чухлома райондары инә
- 1963 йылда — Судайский районы юҡҡа сығарыла һәм ул Чухлома ауыл районына инә
- 1965 йылда — Чухлома райондың әүәлге статуслы район итеп үҙгәртелә.
- 2004 йыл — административ реформаға ярашлы Чухлома ҡала биләмәһе һәм Чухлома муниципаль районы ойошторола.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағас эшкәртеү, йорт бураһы эшләү.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Успенская сиркәүе һаҡланған (1730, эшләй) сатырлы ҡыңғырау манаралы; Преображенский соборы (1746, янғын һүндереү депоһы итеп ҡулланыла). Шулай уҡ Чухлома үҙәгендә — XV быуат ың боронғо ҡәлғә валы ҡалдыҡтары . Ҡала үҙәгендә XIX быуаттың бер нисә таш йорто; күпселек Чухлома ҡоролмалары ағастан һалынған, күптәре һырлап биҙәлгән.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй (1919 йылдан алып).
Чухломанан 11 км төньяҡта — Авраамиево-Городецкий монастыры (XVII—XIX быуаттар). Шулай уҡ ҡала янында — Лермонтовтарҙың ырыу усадьбаһы.
Ҡала зыяратында шағир һәм драматург П. А. Катенин ҡәбере бар.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байков Анатолий Сергеевич — Байкал-амур магистраленең Звездный ҡасабаһындағы «Йәш Гвардия» халыҡ театры режиссёры[9].
- Зиновьев Александр Александрович — урыҫ философы, яҙыусы, социолог, публицист.
- Алексей Феофилактович Писемский — урыҫ яҙыусыһы һәм драматургы.
- Пуговкин Михаил Иванович — театр һәм кино актёры.
- Фигуровский Николай Николаевич — уйын фильмы һәм совет кинорежиссёры, сценарист, актёр, яҙыусы, тәржемәсе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чухломской уезд
- Говоры чухломского острова
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ http://live.kostromka.ru/video/michael-5888/ 2019 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ Ҡалып:АТД-80
- ↑ Закон Костромской области от 30 декабря 2004 года N 237-ЗКО «Об установлении границ муниципальных образований в Костромской области и наделении их статусом»
- ↑ Н. А. Зонтиков. Чухлома: спорные вопросы ранней истории города. Костромская земля (выпуск 7). ISBN 978-5-93645-050-1
- ↑ Белоруков Д. Ф. Город Чухлома. Деревни, сёла и города Костромского края
- ↑ 8,0 8,1 Чухлома в энциклопедии «Мой город»
- ↑ Анатолий Байков, БАМ, театр «Молодая гвардия»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чухлома // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чухлома на сайте «Малые города России»
- История Герба Чухломы
- Чухлома в энциклопедии «Мой город»
- Чухломское земство (Из кн.: Д. Л. Мордовцев. Десятилетие русского земства, 1864—1875. СПб., 1877.)
- История, статистика изменения численности населения, современное состояние города Чухломы [1]
- Белоруков Д. Ф. Город Чухлома. Деревни, села и города костромского края: материалы для истории.