Әмир (титул)
Әмир йәки әмир (ғәр. أمير — хаким, юлбашсы) — хаким, юлбашсы) — Көнсығыш һәм Африканың ҡайһы бер мосолман илдәрендә хаким, кенәз титулы. Иң беренсе, хәрби характерҙағы титул булып тора. Ә дөйөм алғанда был исемде йөрөткән кеше.
Был исемдең сығарылмалары күп. Мәҫәлән, хәлифтәр Әмир әл-мөьминин — «диндарҙар Раббыһы» тигән исем йөрөткән.
Сығарылма формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хаҡ хәлиф Умар ибн әл-Хаттаб беренсе булып әмир әл-муминин ( أمير المؤمنین — ’amīr al-mu’minīn), йәғни " диндарҙар бойороусыһы" титулын ҡабул итә, Һуңыраҡ хәлифәттең беренсе министры был титулды ҡабул итә. Һуңғыһы тулы хоҡуҡлы майордом —өлкән дини сановник әһәмиәтен ала. Омейядтар һәм Ғәббәсиҙәрҙән тыш, Әмир әл-мунинин титулын Фатимидтар, Ҡорд әмирҙәре һәм Әлмөхәдтәр йөрөтә.
- Әлмәрүиҙәр һәм Мариниҙәр Әмир әл-Мөслимин — мосолмандар әмире (أمير المسلمین — ’amīr al-muslimīn), йәғни, "мосолмандар бойороусыһы" титулын ҡабул итә.
- Әмир әл-умар (һүҙмә-һүҙ. әмирҙәр әмире) —Ғәббәсиҙәр ғәскәрҙәренең юғары баш командующийы титулы.
- Адмирал —"әмир әл-бахр" (ғәр. أمير البحر. أمير البحر ) һүҙенең үҙгәртелгән варианты.Йәғни, " диңгеҙ әмире, йәки диңгеҙ бойороусыһы " тигәнде аңлата.
- Әмир әл-хадж (хажға барыусылар башлығы) Мәккәгә хажға барған ғибәҙәт ҡылыусыларҙың ҙур төркөмө етәксеһе.
- Фарсы титулы мирза "әмир улы" — әмир заде (фарс. module امیر زاده — amir zâdah) тигәндең ҡыҫҡартылған варианты булып тора.
- Мир титулы, ғәҙәттә, ҡәбилә башлығын аңлата. Ғәрәп һүҙенең ҡыҫҡартылған варианты.
Титул биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир титулы ғәрәп монархтарының улдарына бирелә (мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстанында). Дағстанда элек бындай титулды кенәз Тучелав ибн Алибек I йөрөткән.
1135 һәм 1151 йылдарҙа Волга буйы Болгарияһына килгән ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Гарнати болғарҙарҙың юлбашсыһын дөйөм һүҙ менән «илтәбәр», әммә бер урында ул Әмир титулын ҡулланған.[1] Боронғо төрки һүҙе элтәбәр ваҡыт үтеү менән онотола һәм исламдың киң таралыуы осоронда ғәрәп һүҙе әмир менән ҡыҫырыҡлап алына.[2]
Урта Азияла әмир титулын (хандарҙан) күп кенә кешеләр, башлыса ҡәбилә башлыҡтары һәм ырыуҙың абруйлы етәкселәре йөрөтә. Шулай уҡ, тик Сыңғыҙхан нәҫеленән булғандар ғына хан титулын йөрөтә, сикләнмәгән власҡа эйә булған, әммә сыңғыҙиҙар булмаған дәүләт формированиелары етәкселәренә әмир тигән тыйнаҡ исемгә (мәҫәлән, Тамерлан) бирелгән.
Мәҫәлән, Бохара әмирлеге хакимдары Манғыт династияһынан «әмир» титулын, әлбиттә, хәрби етәксе түгел, ә диндарҙарҙың хакимы (хәлифтәрҙең рухи титулы) файҙаланған, шулай итеп, Бохара мосолман донъяһында Төркөстанда ислам диненең терәге булараҡ мөһим тип иғлан иткәлгән.
Әмирҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмир Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан)
- Бохара әмирлеге әмире
- Дубай Әмире
- Езид әмире
- Кувейт Әмире — Кувейт дәүләте башлығы
Гранада әмирлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гранада әмирҙәре сығышы менән Насридтар династияһынан. Улар 1232 - 1492 йылдарҙа Гранада әмирлегендә хакимлыҡ иткән. Гранада әмирлегенең беренсе әмире Мөхәммәт I әл-Ғәлиб (1232ī1273), һуңғыһы Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) була. Әмирҙәр христиан хакимдары һәм Феса Маринидтары араһында оҫта аралаша белгән. Был уларға Гранадала үҙ позицияларын һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ Испания мосолман мәҙәниәте үҙәге булып ҡалырға мөмкинлек биргән. 1469 йылда католик батшалар тарафынан Христиан Испания берләштерелгәс, 1492 йылда Гранаданы христиандар баҫып ала, Һуңғы Насреди Мароккоға ҡасырға мәжбүр була.
Исеме | Ғәрәп яҙмаһы |
Ғүмер йылдары | Идара итеү йылдары |
Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
Мөхәммәт I әл-Ғәлиб | بن نصر | 1194—1273 | 1232—1273 | Лас Навас де Толос янындағы алышта кастиль ғәскәрҙәре тарафынан еңелә (1212). |
Мөхәммәт II әл-Факих | بن | 12351302 | 1273132 | 1278 йылда Малаганы ала. |
Мөхәммәт III әл-Мәхлу | محمد المخلوع | 12571314 | 1302 һәм 1309 | Маринидалар менән Кастилия һәм Леонға ҡаршы союздаш мөнәсәбәттәрҙә була. |
Наср ибн Мөхәммәт | نصر بن محمد | 12871322 | 13091314 | Уның сәйәсәте Кастилия менән Леон, Арагон һәм Маринидтар дәүләте берләшмәһенә килтерә. |
Исмәғил I ибн Фарадж | إسماعيل بن فرج | 12791325 | 13141325 | Альгамбра һәм Хенералифа төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерә. |
Мөхәммәт IV ибн Исмәғил | محمد بن إسماعيل | 13151333 | 13251333 | Уның өләсәһе етәкселегендәге һарай аҡһөйәктәренең реаль власы була. |
Йософ I ибн Исмәғил | ي بن إسماعيل | 13181354 | 13331354 | Байрам ваҡытында Ҙур Гранада мәсетендә аҡылдан яҙған кеше тарафынан үлтерелә |
Мөхәммәт V әл-Ғани | بن يوسف | 13381391 | 13541359 | Реаль идара итеү иҫке вәзир Ридван ҡулында була |
Исмәғил II ибн Йософ | إسماعيل بن يوسف | 13381360 | 13591360 | |
Мөхәммәт VI әл-Әхмәр | محمد بن إسماعيل | 1332 - 1362 | 1360 - 1362. | |
Мөхәммәт V әл-Ғани | بن يوسف | 13381391 | 1362 - 1391 | |
Йософ II әл-Мостагани | Бергәгә | 1392 йылда вафат була. | 13911392 | |
Мөхәммәт VII әл-Мостаин | محمد السابع الثاني | 13701408 | 13921408 | |
Йософ III ән-Насир | ي الناصر الثاني | 13761417 | 14081417 | |
Мөхәммәт VIII әл-Мутамассик | بن يوسف | 14091431 | 14171419 | |
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб | Дауыталар | 1396-1454 | 14191427 | |
Мөхәммәт VIII әл-Мутамассик | بن يوسف | 14091431 | 14271429 | |
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб | محمد الصغير بن نصر | 13961454 | 14291432 | Дүрт тапҡыр үҙенә әмир тәхетен кире ҡайтара |
Йософ IV | ي بن الموسف | 1432 йылда вафат була. | 1432 - 1432. | |
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб | بن نصر | 13961454 | 1432 - 1445 | |
Мөхәммәт X әл-Әхнәф | 1445 - 1445 | |||
Йософ V | 1445 - 1446 | |||
Мөхәммәт X әл-Әхнәф | 14461447 | |||
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб | 14471453 | |||
Мөхәммәт XI ибн Мөхәммәт | بن | 1454 йылда вафат була. | 14511455 | 1454 йылда Кастиль короллеге менән әмирлек өсөн файҙаһыҙ ваҡытлыса килешеү төҙөй |
Әбү Наср Сәйет әл-Мостаин | 14541464 | |||
Али ибн Сад | 14641482 | |||
Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) | 14591527 | 14821483 | ||
Али ибн Сад | 14831485 | |||
Мөхәммәт XIII әз-Загалл | 1485 - 1490 | |||
Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) | 14591527 | 14901492 |
Корд әмирлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]750 йылда, Ғәббәсиҙәр Омейядтарҙы ҡолатҡандан һуң, был ғаилә юҡ ителә. Уларҙың иҫән ҡалған вәкилдәренең береһе Мысырға, ә һуңыраҡ Магрибҡа ҡаса. Әммә шул ерҙәрҙә тороп ҡалырға тырышыуҙар һөҙөмтәһеҙ була. 755 йылдың аҙағында Әбд ар-Рахман, Кордты баҫып ала, Испанияға күсенә һәм үҙен әмир тип иғлар итә. Башта формаль рәүештә Испанияла аббасид хакимлығын таный, әммә 765 йылғы конфликттан һуң вәғәздәрҙә ғәббәсиҙәрҙе телгә алыу тыйыла. Хакимлығының күп өлөшөн христиандар менән көрәшкә сарыф итә.
Әммә, бойондороҡһоҙ әмирлекте ысын мәғәнәһендә ойоштороусы Абд-ар-Рахман II була, ул вәзирҙәрҙең вәкәләттәрен тәртипкә һала һәм ярымутрауҙы бик тиҙ исламлаштырыуға өлгәшә, мосолман ерҙәрендә христиандар һанын һиҙелерлек кәметә. Ғәрәптәр һәм берберҙәр араһындағы власть өсөн көрәш бойондороҙлоҡ әмирлеге ойошторолғандан һуң да туҡтамай, был христиан королләттәрен артабан Реконкистератҡа килтерә. 912 йылда Абд ар-Рахман III тәхеткә ултырғас, әмирлектең сәйәси бөлгөнлөккә төшөүе асыҡлана. Әбд-ар-Рахман III ихтилалдарға нөктә ҡуя һәм христиан ерҙәрендә походтар алып бара. Ә 929 йылда үҙен хәлиф тип иғлан итә.
Исеме | ғәр. | Ғүмер йылдары | Идара йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
Абдуррахман ә I-Дахил | الداخل الرحمن عبد | 731 йылда тыуған | 756-788 | кордова Омейядтар династияһы нигеҙ һалыусы. |
I абдуррахман ибн Хишам | هشام الرحمن عبد بن | 756 йылда тыуған | 788-796 | бербер ихтилал баҫтырылғас Рондола йәшәй. |
Хак I әл-Мозафар | بن الحكم هشام | 771 йылда тыуған | 796-822 | фәких ихтилалын баҫтыра |
Абдуррахман II ән-насыр | عبد الرحمن الثاني | 792 йылда тыуған | 822-852 | фәнде һәм сәнғәтте ҡурсалаған, дини түҙемлек менән айырылып торған. |
Абдуррахман ибн мөхәммәт I | محمد بن الرحمن عبد | 886 йылда үлгән | 852-886 | 862 йылда Тудела менән Сарагосаны яңынан үҙ контроле аҫтына ала. |
әл-мөхәммәт ибн Мунзира | محمد بن المنذر | 888 йылда үлгән | 886-888 | Астурияға ҡаршы кампанияны уңышһыҙ үткәрә. |
Абдуллаһ ибн Мөхәммәт | عبد الله محمد بن | 843 йылда тыуған | 888-912 | Умар ибн Хафсун менән һуғышты дауам итә. |
Абдуррахман III ән-насыр | الثالث الرحمن عبد | 891 йылда тыуған | 912-929 | хәлифә титулын ҡабул итә. |
Катар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Катар әмирҙәре, ғәрәп ҡәбиләләренең береһе булған Бану Тамимынан сыҡҡан, Әл-Тани династияһына ҡарай (араб. آل ثاني) . Катар дәүләте 1850 йылда барлыҡҡа килә, уға нигеҙ һалыусы Мөхәммәт бин Тани иҫәпләнә.
Исеме | ғәрәпсә | Йәшәгән йылдары | Хакимлыҡ йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
Әхмәт ибн әли | أحمد بن علي | 1920—1977 | 3 сентябрь 1960 — 22 февраль 1972 | Катарҙың Әл Тани династияһынан 1-се әмир. |
Хәлифә бин Хәмәд | خليفة بن حمد | 1932 йылда тыуған | 22 февраль 1972 — 27 июня 1995 | армия һәм именлек көстәре ярҙамын алғас, дәүләт түңкәрелешен үткәрә |
Хәмәд бин Хәлифә]] | حمد بن خليفه | 1952 тыуған | 27 июнь 1995 — 25 июнь 2013 | ғаиләнең башҡа ағзалары ярҙамы менән Әмирлектә власты баҫып ала |
Тамим бин Хамад | تميم بن حمد | 1980 йылда тыуған | 25 июнь 2013 — хәҙергә тиклем | илдең бойондороҡһоҙлоғонан һуң Катарҙың иң йәш әмире |
Шулай уҡ ҡарағаҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмирлек
- Королелек
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эмир // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)