Пилсудский Юзеф
Ю́зеф Кле́менс Пилсу́дский (полякса Józef Klemens Piłsudski) 1867 йылдың 5 декабрендә Рәсәй империяһы Вилен губернаһы, Свенцянский өйәҙе (хәҙер — Литва, Вильнюс өйәҙе Швянчёнский районы) Залавас ауылында тыуған — 1935 йылдың 12 майында, Варшава) — поляк, хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр, тергеҙелгән Польша Республикаһының (1918—1939) тәүге башлығы, польша армияһына нигеҙ һалыусы. Польша маршалы.
Сәйәси карьераһын социалист һәм Поляк социалистик партияһы лидерҙарының береһе булып башлап, Беренсе донъя һуғышы йылдарында Поляк легиондарын (1914—1918) булдыра. Беренсе донъя һуғышының уртаһынан поляк сәйәсәтенә мөһим йоғонто яһай һәм европа сәйәси аренаһында әһәмиәтле фигураға әүерелә[7]. 1918 йылда Польша дәүләте башлығы булып китә, 1922 йылдан башлыҡ урынын биләп, 123 йыл дауамында Рәсәй империяһы, Германия һәм Австро-Венгрия империялары, бүлеп, ерен үҙ биләмәләренә ҡушҡан Польша Республикаһы йәғни Икенсе Речь Посполитаяны (1918—1939) тергеҙеүҙә иң мөһим роль уйнай. Был осорға алты һуғыш тура килә, шул иҫәптән 1920 йылғы Варшава янындағы алыш һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл Армияның еңелеүе һәм 1921 йылғы Рига килешеүе менән тамамланған совет-поляк һуғышы. 1923 йылда, польша хөкүмәтендә Пилсудскийҙың дошмандары өҫтөнлөк алған осорҙа, ул бер нисә йылға әүҙем сәйәсәттән ситләшеп тора, әммә 1926 йылғы май түңкәрелешенән һуң вафатына тиклем ул ысын дәүләт башлығы булып ҡала.
Йәш сағында ул йәшерен ойошма ҡушаматтары Виктор (пол. Wiktor), Мечислав (пол. Mieczysław) һәм Зюк (пол. Ziuk[8]) менән билдәле була. Легиондарҙа хеҙмәт иткән осорҙан тарафдаштары араһында Комендант (пол. Komendant), Олатай (пол. Dziadek), Маршал (пол. Marszałek) ҡушаматтары менән йөрөтөлә.
Рәсәй империяһын, артабан Совет Социалистик Республикалар Союзын, улар территорияһында милләтсе хәрәкәттәргә ярҙам итеү юлы менән, ҡаҡшатыуға һәм тарҡатыуға йүнәлтелгән прометеизм сәйәси проекты авторы, һәм ул Ҡара диңгеҙҙән Балтик диңгеҙенә тиклем ерҙәрҙе биләгән «Междуморье» конфедерацияһы булдырыу идеяһына комплементар проект булған, һәм уның барлыҡҡа килеүе, Пилсудский ниәт иткәнсә,Үҙәк Европала Германия йә Рәсәй өҫтөнлөгөнән ҡотолоу мөмкинлеге бирер ине[9].
1917 йылдан Пилсудскийҙың сәйәси культы формалаша башлай һәм сәйәсмән үлгәндән һуң үҙенең апогеяһына етә[10]. Коммунистик осорҙа, 1945 йылдан 1989 йылға тиклем, Пилсудский шәхесе темаһы тыйылғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1988 йылда номиналь хаҡы 50 000 злотый тәшкил иткән һәм Пилсудскийҙың ҙур һыны төшөрөлгән һәм: «Бойондороҡһоҙлоҡҡа 70 йыл. Юзеф Клеменс Пилсудский» тип яҙылған көмөш тәңкә сығарыла. бөгөнгө көндә, ул идара иткән осорҙоң ҡайһы бер аспекттары бәхәсле тип иҫәпләнһә лә, Пилсудский исеме Польшала хөрмәт ителә, Пилсудский һәм уның менән дуҫлығы булмаған Дмовский Роман хәҙерге поляк милләтенең атаһы тип атала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балалыҡ һәм йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юзеф Пилсудский бай шляхет ғаиләһендә 1867 йылдың 5 декабрендә, Вильно губернаһы (Вильнюс эргәһендә) Свентянский өйәҙе атаһының нәҫел имениеһы Зуловта (полякса Zułów}}, литваса Zalavas) тыуған. Уның атаһы Пилсудский Юзеф Винцент Пётр 1413 йылдан — Грюнвальд алышынан уҡ билдәле боронғо Гинетовичтар ырыуынан, улар Городлола Заремба гербына эйә була[11] Һуңғараҡ, Юзеф Пилсудский Речь Посполитаяла иң юғары вазифаларға эйә булғандан һуң, уның кенәз үткәне үткер бәхәстәр тыуҙыра. «„Пилсудский легендаһы“ авторы Ирена Панненкова бына нисек яҙа: 1413 йылда Хордовта литва баярҙары араһында поляк гербына (Заремба) лайыҡ булған кеше Гинвилтович түгел, ә Гинет Концевич (Коньча улы) була, тимәк, кенәз Гинвилт йәки Гинвилд тоҡомо түгел».[12] 1863 йылғы ихтилалда Пилсудский Ковен өйәҙендә Милли хөкүмәт («Жонд народовы») комиссары була.
Әсәһе Мария Биллевич күренекле белорус-поляк-литва дворян ырыуынан. Пилсудскийҙарҙың 12 балаһы була[12]. 1874 йылдың июлендә Зулов усадьбаһы тулыһынса янып бөтә[13], һәм Вильноға күсеп килә[11].
Юзеф Пилсудский ябыҡ Вильно университеты бинаһында урынлашҡан 1-се Вильно ирҙәр гимназияһында уҡый. Шул уҡ гимназияла Польша ваҡытлы революция комитетына ингән һәм Пилсудскийҙың ғүмерлек дошманына әйләнгән Дзержинский Феликс Эдмундович та уҡый. Ағаһы Пилсудский Бронислав менән бергә 1882 йылда Варшаванан поляк телендәге китаптар килтереү менән шөғөлләнгән поляк үҙ аллы белем алыу патриотик түңәрәген Spójnia булдыра.
1885 йылда гимназия курсы буйынса имтихан тота: (тарих һәм географиянан иң яҡшы баһа, и насар баһа — француз теленән башҡа телдәр буйынса. Харьков университетының медицина факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында «Народная воля» идеялары йоғонтоһона бирелә. Тәүге ҡышҡы семестрҙа уҡ ике көнлөк әсирлеккә эләгә, һуңынан 1886 йылда Рәсәйҙә крепостной правоны бөтөрөүҙең 25 йыллығына бағышланған рөхсәт ителмәгән студент демонстрацияһында ҡатнашҡаны өсөн алты көнлөк карцерға ултыртыла һәм тағы ла тәртип боҙоу менән бер һүҙһеҙ уҡыуынан ҡыуыласағы тураһында иҫкәртелә. I курстан һуң, Дерпт университетына күсергә теләй, әммә сәйәси яҡтан ышнысһыҙ булғанлыҡтан, үтенесе тормошҡа ашырылмай[14].
1887 йылдың 22 мартында император Александр III-нө үлтереүгә йүнәлтелгән заговорҙа ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына (Вильно ҡалаһында ағыу эҙләгән фетнәсене оҙатып йөрөүҙә ғәйепләнә)[15]. Шул уҡ йылдың апрелендә Петропавловск ҡәлғәһенә, һуңынан Санкт-Петербург тәфтиш төрмәһенә килтерелә[16]. Юзеф Пилсудский был эштә шаһит статусы алған Юзеф 1887 йылдың 1 майында Көнсығыш Себергә 5 йылға һөргөнгә ебәрелә[17]. Уның өлкән ағаһы Пилсудский Бронислав (Ульянов Александр Ильич һ. б. кеүек, «Народная воля» ойошмаһының әүҙем ҡатнашыусыһы) аҫып үлтерелә. Приговорҙы раҫлағанда, батша Брониславтың үлем язаһын 15 йылға Сахалин каторгаһы менән алмаштыра[18].
Май аҙағында Юзеф Пилсудский 60 ғәйепләнеүсе партияһы составында этап буйлап оҙатыла. Юл бер нисә айға һуҙыла, 1887 йылдың октябрь башында Пилсудский Иркутскиға килеп етә. Пилсудский һөргөн үтә торған урын Иркутскиҙан 650 км төньяҡҡараҡ урынлашҡан Киренск була. Йылға туңғансыға тиклем, Пилсудский Иркутск күсереү төрмәһендә тотола[19].
Пилсудский Иркутск төрмәһендә күсереү мөҙҙәтен көткән саҡта, Пилсудский менән бер камерала ултырған Цейтлин полицмейстерҙы сәләмләмәгән өсөн, унда бола ҡуба. 1887 йылдың 8 декабрендә болала ҡатнашҡаны өсөн, Пилсудский өҫтәмә ярты йыл тотҡонлоҡ ала, әммә срок ҡыҫҡартыла. 1887 йылдың декабрь аҙағында Пилсудский Киренскиға килә, унда 1863 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан поляктар менән таныша, ә 1890 йылдың август башында, һөргөндө дауам итер өсөн, Иркутск губернаһының ҙур булмаған Тунка ауылына килә[20].
Польша социалистик партияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1892 йылдың яҙында Пилсудскийҙың һөргөнө тамамлана, Пилсудскийға университеттары булған ҡалаларҙа, шулай уҡ Тверь һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында урынлашыу тыйыла. 1892 йылдың 30 июнендә Вильноға ҡайта. Себерҙән ҡайтҡас, Пилсудский Поляк социалистик партияһына инә. Поляк социалистик партияһы (ППС) сиктәрендә ППС-тың Литва секцияһы эшмәкәрлегендә ҡатнаша, поляк социалистарының Сит илдәге союзы (ЗСПС) менән бәйләнеш тота. 1894 йылдың февралендә Варшавала үткән ППС-тың II съездында Пилсудский ППС Эшсе Үҙәк Комитетының Литва секцияһы ағзаһы һәм «Robotnik» («Эшсе») гәзитенең баш редакторы була. Гәзиттең барлығы алты һаны донъя күрә, һуңғы һаны 1894 йылдың декабрендә сыға. Был ваҡытта ППС Үҙәк эшсе комитетының 4 ағзаһының икеһе ҡулға алынған була, Пилсудскийҙың иңенә, ҡулға алыуҙар арҡаһында боҙолған бәйләнештәрҙе яңыртыу, партияға яңы кешеләрҙе йәлеп итеп, партия менән етәкселек итеү һәм «Robotnik» гәзитен сығарыу йөгө һалына.
1894 йылдың декабрендә Пилсудский тәүге тапҡыр Швейцарияға, ЗСПС-ның I съезына, бара. Англияла Пилсудский буласаҡ Польша президенты (1926—1939) Игнаций Мосцицкий менән таныша.
1896 йылдың майынан Лондонда Эшсе Үҙәк Комитет вәкиле сифатында Икенсе Интернационалдың Дүртенсе конгресында (27 июль — 1 август) Виктор Косьцеш исеме аҫтында ҡатнаша. Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң, иғтибарын партия баҫма эшенә йүнәлдерә: 1895 йылдың июненән Вильно ситендәге типографияла «Robotnik» гәзитен сығара башлай. Июнь аҙағында уҙған III съезда Пилсудский, Кульчицкий Людвиг Станиславович һәм Сулькевич Александр менән, ППС Үҙәк Эшсе Комитеты составына һайлана. ППС лидерҙарының береһе булараҡ, ул доктрина мәсьәләләре икенсел әһәмиәткә эйә һәм социалистик идеология милләтселек менән берләшергә тейеш, һәм фәҡәт ошондай комбинация ғына Польша бойондороҡһоҙлоғона иң көслө шанс була, ти[21]. 1897 йылдың ноябрендә ППС-тың IV съезында Пилсудский партияның Үҙәк эшсе комитетына ҡабаттан һайлана.
1899 йылдың 15 июлендә Мария Юшкевичкә (Juszkiewiczowa) өйләнә һәм Вильноға, артабан «Robotnik» гәзитенең йәшерен типографияһы урынлашҡан Лодзь ҡалаһына күсә. 1900 йылдың 21 февралдән 22 февраль төнөндә Пилсудский (ҡатыны менән бергә) тағы ҡулға алына. Пилсудскийҙың фатирында баҫма станогы һәм "Robotnik"гәзитенең 36-сы сығарылышы табыла. Ҡулға алынғандан һуң, Пилсудский лодзь төрмәһенә ябыла, шунан 17 апрелдә Варшава ҡәлғәһенең X павильонына ебәрелә. Пилсудский йән сире менән ыҙаланған булып ҡылана (симулировал) һәм Варшава төрмәһенән Санкт-Петербург йән сире менән ауырыусылар дауаханаһына күсерелә. 1901 йылдың майында унан ҡаса, ППС ағзалары алдында танылыу таба. Ҡасҡандан һуң Киевҡа, Замостьеға, ә 1901 йылдың 20 июнендә ҡатыны менән Львовҡа килә. В ноябре 1901 йылдың ноябрендә Лондонға килә, унда 1902 йылдың апреленә тиклем була, һәм апрель һуңында Пилсудский Рәсәйгә ҡайта. В июне 1902 йылдың июнендә ППС Үҙәк эшсе комитетының киңәйтелгән составына һайлана.
Поляк легионын булдырыу пландары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лондонда бер аҙ булғандан һуң, Пилсудский Рәсәйгә ҡайта. Көсһөҙләнгән партия структураларын нығытыу һәм радикалләштереү эшенә тотона. 1902 йылдан яңы «Walka» («Көрәш») гәзитен баҫтырыу эшен ойоштора.
Рус-япон һуғышы (1904—1905) башланғас, поляк социалистары, Рәсәйҙең Япониянан еңелеү мәлен бер үк ваҡытта Польша ихтилалы менән ҡатмарлаштырырып, Рәсәй империяһын ҡаҡшатыу эшен ойоштора. Урыҫ-япон һуғышы башланыу менән, поляк социалистары япон разведкаһы менән йәшерен килешеү төҙөүгә ынтыла, япон властары менән был хеҙмәттәшлек акцияһының шартлы билдәләмәһе — «„Кис“ операцияһы»[22]. Килешеү шартына ярашлы, поляктар мобилизацияға ҡамасаулыҡ итергә, урыҫ идаралығына рухи оппозиция ойошторорға, шулай уҡ ихтилал әҙерләргә тейеш була. Килешеүҙең пункттарының береһе булып, Японияға урыҫ армияһының составы, дислокацияһы һәм күсеп йөрөүе тураһында мәғлүмәт биреүсе махсус агентура булдырыу торған. Ошо эш өсөн ППС 10 мең фунт стерлинг аҡса менән бүләкләнергә тейеш була. Япондар менән бәйләнеште Витольд Йодко-Наркевич урынлаштыра, 1904 йылдың 15 мартында ул Лондонда япон дипломаттары менән тәүге осрашыуҙы ойоштора. 20 мартта Йодко-Наркевич һәм Лондондағы япон илсеһе Тадасу Хаяси менән, айырым шарттарға таянып, япон яғы һәм ППС араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөй, япон коституцияһы япон армияһында сит ил кешеләренең хеҙмәт итеүен тыйғанлыҡтан, поляк легионы ойоштороу тураһындағы тәҡдим кире ҡағыла[22]. Пилсудский 1904 йылдың йәйендә, Польша батшалығында ихтилал әҙерләүгә ярҙам һорап, Японияға бара. 1904 йылдың июлендә Токиоа барып, Пилсудский япондарға рәсәй армияһының әсирлеккә төшкән поляк һалдаттарынан поляк легионы төҙөү мөмкинлеген, шулай уҡ асылда Рәсәй империяһын көсһөҙләндереү һәм тарҡатыу маҡсатында милли хәрәкәттәргә ярҙам итеп, прометеизм проектын тәҡдим итә. Япон Генераль штабы начальнигы Ямагата Аритомо менән һөйләшкәндә, Пилсудский Рәсәй империяһы властарының иғтибарын ситкә ебәреү маҡсатында, партизан һуғышын башлау өсөн япондарҙан аҡсалата йәки ҡорал ярҙамы һорай[23].
Поляктар үҙҙәренең бурысын үтәй, хатта тимер юлдарында бер нисә шартлау ҙа ойоштора, әммә шартлатыусыларҙың тәжрибәһеҙлеге арҡаһында дошманға һиҙелерлек юғалтыу килтермәй[24]. Ихтилалды яҡламаған абруйлы милләтсе-демократ Роман Дмовскийҙың ҡаршы тороуы пландарҙы тулы күләмдә тормошҡа ашырырға ҡамасаулай[25]. Япон дипломаты Хаяши Тадасу поляктарға ярҙам итеү планын хуплай, әммә япон хөкүмәте, шулай уҡ Пилсудский осрашҡан Ямагата Аритомо бындай тәҡдимгә шөбһәләнеп ҡарай[23].
Хәрби төркөмдәр ойоштороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылда Польшаға ҡайтҡас, Пилсудский партия һуғышсан төркөмдәре булдыра. ППС протест акциялары ойоштора. Резервистарҙы мобилизациялауға ҡаршы акцияларҙың береһе 1904 йылдың 13 ноябрендә Варшавала үтә, уны ҡыуып ебәреү барышында 600-ҙән артыҡ демонстрант ҡулға алына, унлаған кеше үлтерелә һәм бер нисә тиҫтәгә яҡыны яралана. Һуғышсан төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге банктар һәм почта поездарын талауҙан, бик аҙ кимәлдә — «экстар»ҙа (ҡыҫҡартылған: экспроприация һүҙенән) табылған аҡса менән финанслана. Хәрби төркөмдәр тимер юлдарҙа бер нисә сифатһыҙ шартлау ойоштора. Шулай уҡ ППС хәрби төркөмдәре Рәсәйҙә 1905—1907 йылдарҙағы революцияла әүҙем ҡатнаша. 1905 йылдың октябрендә ППС Партия советы Пилсудскийҙы партия Үҙәк эшсе комитетының Хәрби бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләй.
Үҙенең иҫтәлектәрендә Варшава һаҡ бүлеге начальнигы Заварзин Павел Павлович Пилсудскийҙы «поездар, банктар, почта бүлексәләрен талау һәм шулай уҡ террористик акттар ойоштороу буйынса тиңе булмаған белгес» тип атай. Ул Краковта ойошторған һуғышсан мәктәп күпләп әҙерлекле үлтереүселәр һәм талаусылар сығара[26]. 1905 йылдың 22 декабрендә Пилсудский поляк эшселәрен забастовкаға саҡырһа ла, саҡырыуға яуап биреүсе табылмай[27].
1908 йылғы Вильно эргәһендәге Безданы станцияһында тимер юл почта поезын талау (200 812 һум 61 тин) киң билдәле. 1912 йылда Уҡсылар союзының (Стрелецкий союз; Związek Strzelecki) «Мечислав» (Mieczysław) псевдонимын алған Баш коменданты булып китә.
Польша милли-демократик партияһынан айырмалы, Пилсудский һәм ППС Рәсәй империяһының I Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙын һанға һуҡмай бойкот ойоштора. Һәм был Лодзь ҡалаһындағы 1905 йылдың июнь ихтилалы осоронда НДП менән ППС һәм СДКПиЛ социалистарының ҡораллы ҡаршы тороуына килтерә[27]. Артабан был 1906 йылда Венала үткән ППС-тың 9-сы съезында партияның ике фракцияға айрылыуына килтерә:[ППС—һул интернационалистик платформаны, ә Пилсудский етәкселегендәге ППС—революцион фракция милләтселек идеяларына таяна башлай. 1909 йылға Пилсудский етәкләгән революцион фракция ППС-та баш була, Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Пилсудский ППС-тың төп лидерҙарыныың береһе була[28].
Юзеф Пилсудский йоғонтоһонда ППС-тың революцион фракцияһы буласаҡ поляк армияһында кадрҙар әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнә, 1910 йылда хәрбиләшкән ойошмалар нигеҙендә «Әүҙем көрәш союзы» ойошторола, уға нигеҙ һалыусылар араһында шулай уҡ Кукель Мариан Влодзимеж, Сикорский Владислав һәм Соснковский Казимеж була[29].
Беренсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе донъя һуғышы алдынан Пилсудский Галицияла хәрбиләштерелгән төркөмдәр булдырыу менән мауыға. 1913 йылда ул Стружала Уҡсылар союзының офицер курстарын ойоштора. Австрия властары ҡурсалауы аҫтында хәрбиләшкән һәм хәрби-спорт «Стшелец», «Сокол» һ. б. ойошмаларынан Пилсудский командалығындағы поляк легиондары формалаша. Улар Көнсығыш фронтта Австро-Венгрия һәм Германия империяһы яғында Рәсәйгә ҡаршы һуғыша.
1914 йылдың ғинуарында Парижда сығыш яһап, Пилсудский, Польша бойондороҡһоҙлоҡ алһын өсөн, Үҙәк державалар (Австро-Венгрия һәм Германия) көсө менән Рәсәй империяһын тар-мар итергә, ә һуңынан уларын Бөйөк Британия, Франция һәм Америка Ҡушма Штаттары юҡ итергә тейеш[30]. Пилсудскийҙың дошманы Роман Дмовский ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеүҙең иң яҡшы юлы Үҙәк державаларға ҡаршы тороуҙа Антанта яҡлы булыу, тип иҫәпләгән[31].
1914 йылдың 3 авгусында Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Краков ҡалаһында Пилсудский Беренсе кадр ротаһын — (Поляк ихтилалы (1863—1864) һәм Адам Мицкевичтың йәһүд легионынан бирле шундай берәмек булмай) Уҡсылар союзы һәм Уҡсылар дружиналары союзы ағзаларынан торған беренсе поляк хәрби подразделениеһын булдыра[32]. Шул уҡ көндө Владислав Белина-Пражмовский командалығындағы кавалерия отряды, Австро-Венгрия һәм Рәсәй араһында һуғышты рәсми иғлан иткәнгә тиклем, Рәсәй сиге аша сығып рекогносцировка (башланасаҡ хәрби хәрәкәт алдынан штаб командирҙары һәм офицерҙары шәхси разведка ярҙамында дошманы тураһында мәғлүмәт алыу) эшләй[33].
1914 йыл 12 авгусында, легиондар Польша Батшалығы территорияһына ингәндән һуң, Пилсудский йәнәһе Варшавала төҙөлгән Милли хөкүмәткә буйһонған поляк ғәскәренең коменданты итеп иғлан итеү тураһында саҡырыу сығара. Ысынында бындай хөкүмәт ойошторолмаған була, ә саҡырыу рәсәй властары контроле аҫтындағы биләмәләрҙә поляк ихтилалын башлау маҡсатынан сығарылған.
1914 йылдың октябрендә Пилсудский башланғысы менән Польша хәрби ойошмаһы — XVIII быуат аҙағында, Речь Посполитаяны бүлгеләгәнгә тиклем, уның бөтә биләмәләрендә эшләгән конспиратив берләшмә.
Һуғыш барышында Антанта илдәре өҫкә сыға барғанлыҡтан, Пилсудский 1917 йылда Польшаның оккупацияланған өлөшөндә немец хакимиәте төҙөгән Ваҡытлы дәүләт Советы составына инә. Шунан һуң Пилсудский поляк һалдаттары Германия һәм Австро-Венгрияға тоғролоҡ анты бирмәһен тигән күрһәтмә бирә. Һөҙөмтәлә легиондар таратыла, легионерҙарҙың күбеһе ситкә ҡыуыла, ә Пилсудский Магдебург ҡәлғәһендә (Festung Magdeburg) тотола. Уның оккупанттарға ҡаршы тороу ҡорбаны һәм көрәш символы тигән даны арта. 1918 йылдың 8 ноябрендә ул иреккә сығарала.
Бойондороҡһоҙ Польша башында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 11 ноябрендә, Пилсудский Варшаваға триумф менән әйләнеп ҡайтҡас, Регент советы уны ваҡытлыса дәүләт начальнигы итеп тәғәйенләй. Варшаваға ҡайтҡандан һуң бер көн үтеүгә, Пилсудский йәшерен ойошма буйынса тарафдаштары менән осраша, һәм улар өйрәнелгәнсә социалистик стилдәгесә «иптәш» тип өндәшкәнгә, ундай мөрәжәғәттән баш тарта: "Иптәштәр, мин социализмдың ҡыҙыл трамвайында «Бойондороҡһоҙлоҡ» туҡталҡаһына тиклем килдем, һәм шунда төшөп ҡалдым. Һеҙ, әгәр булдыра алһағыҙ, иң һуңғы туҡталҡаға тиклем бара алаһығыҙ, хәҙер әйҙә "Һеҙ"гә күсәйек",-ти[34].
11 көн үтеүгә, 22 ноябрҙә, Варшавала социалист Енджей Морачевский етәкселек иткән хөкүмәт формалаштыра. Хөкүмәттең беренсе аҙымы булып был осорҙа Көнбайыш Европа илдәрендә ҡабул ителгән стандарттар — һигеҙ сәғәтлек эш көнө, сирләгәндә социаль страховкалау, дәүләт предприятиеларында минималь эш хаҡы буйынса хәлде яҡшыртыу торған. Хөкүмәт башына социалистты тәғәйенләү сараһыҙҙың көнөнән булған — власть башында нығынып өлгөрмәгән Пилсудский тәүге әҙер ыңғай мөнәсәбәттәге һул партияларға таянырға була. Шуның менән бергә, Пилсудский Морачевскийға, премьер итеп тәғәйенләгәндә, социалистик радикализмдан баш тартыу шартын ҡуя[35]. Морачевский хөкүмәте ҡыйын хәлдә була, һулдар яғынан да, уңдар яғынан да тәнҡитләнә.
1919 йылдың 4-5 ғинуарында түңкәрелеш яһарға маташалар. Уның башында консерватив төркөм ағзалары полковник Марианис Янушайтис-Жегота, кенәз Евстафий Сапега, иҡтисадсылар Мстислав Дымовский һәм Ежи Здзиховский тора[36]. Морачевский етәкселегендә бер нисә министр ҡулға алына, әммә Пилсудскийға тоғро хөкүмәт ғәскәрҙәре фетнә баҫтырыла, әсиргә алынғандар иреккә сығарыла. Пилсудский Эндецийҙың уң партияһына уступка яһай, 1919 йылдың 16 ғинуарында Морачевский кабинеты отставкаға ебәрелә. Шул уҡ ваҡытта, 1919 йылдың ғинуарында, Учредительный сейм Пилсудскийҙың дәүләт Начальнигы булараҡ бик ныҡ киң вәкәләттәрен таный. Танылған пианист һәм Парижда Польша милли комитеты ағзаларының береһе Падеревский Игнаций Ян яңы премьер-министр була. Яңы хөкүмәт тәғәйенләү башҡа илдәрҙең Польшаны таныу мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирә — так, вскоре после назначения Падеревскийҙы премьер итеп тәғәйенләү менән, 1919 йылдың 30 ғинуарында поляк хөкүмәтен АҠШ, 24 февралдә — Франция, 25 февралдә — Англия, 27 февралдә — Италия таный.
Польша дәүләтен булдырыу аныҡ сиктәр булмау шарттарында бара, шуға бәйле Пилсудский бик күп хәрби конфликтҡа ҡаршы торорға тейеш була. Тәүге конфликт үҙ-үҙен иғлан иткән Көнбайыш Украина халыҡ республикаһы менән конфликт була.
Поляк-украин һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 1 ноябрендә Украина милли советы Львовта, Ивано-Франковскта һәм башҡа күп ҡалаларҙа үҙенең власын иғлан итә. Был ваҡиғалар Галиция Польша дәүләте составына ҡан түкмәй генә инергә теләгән галицк поляктарының ризаһыҙлығын тыуҙыра, шуның һөҙөмтәһендә украин һәм поляк ҡораллы формированиелары араһында бәрелештәр башлана.
1918 — 1919 йылдың ҡышында оҙаҡҡа һуҙылған Позиция һуғышы бара, уларҙан һуң поляк армияһы һөжүмгә күсә. Һөжүм итеү һөҙөмтәһендә Галицкий армияһы үлем өсмөйөшөндә ҡала. Ахырҙа Галицкий армияһы, Украина Халыҡ Республикаһына инеп, төбәкте ҡалдыра.
Совет-поляк һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күсеп киткән (эвакуировавшиеся) немец частары ҡалдырған территорияларға Ҡыҙыл Армияның үтеп инеүе барышындағы бәрелештәр 1919 йылдың февралендә Белоруссияла Совет-поляк һуғышына (1919—1921) килтерә.
1919 йылдың 19 апрелендә поляк ғәскәрҙәре Вильноны (1919 йылдың ғинуарында ҡыҙыл частар баҫып алған) һәм бөтә Вильно крайын яулай, 1919 йылдың авгусында Минск алына (1919 йылдың ғинуарында ҡыҙыл частар баҫып алған). Петлюра Симон Васильевич менән союз булдырып, Пилсудский 1920 йылдың яҙында Киевҡа һөжүм башлай (7 майҙа алына). 18 майҙа Пилсудский Варшаваға әйләнеп ҡайта.
Йәй көнө Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме башлана. Поляктар Киевҡа инә. Совет контрһөжүме ике фронт менән башҡарыла: Көньяҡ-Көнбайыш Львовҡа, Михаил Николаевич Тухачевский командалығындағы Көнбайыш Белоруссия һәм Литва аша хәрәкәт итә (11 июлдә Ҡыҙыл Армия Минскиҙы, 19 июлдә — Гродноны, 20 июлдә — Вильноны, 1 августа — Бресты ала). Әммә Тухачевский командалығындағы һөжүмдең төп маҡсаты Варшава була.
Варшава алышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп һандағы еңелеүҙәрҙе Пилсудский тәнҡитләй. Учредительный сейм Пилсудский етәкселегендәге Дәүләт оборонаһы Советы булдыра, әммә был орган уның власын күпмелер дәрәжәлә сикләй. Халыҡ демократияһы партияһы Пилсудскийҙы бөтөнләй властан ситләтергә тәҡдим иткән. Выдвинутый Пилсудский тәҡдим иткән Ҡыҙыл армияға ҡаршы тороу планы дилетант тип тәнҡитләй.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Пилсудскийҙың Япония, Австрия һәм Германия разведка органдары менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе булғанлыҡтан, улар ярҙамында Польшала ҡеүәтле разведка һәм контрразведка хеҙмәте йәйелдерелә. 1919 йылдың август-сентябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының еңелеүендә поляк криптологтары подразделениеһының Добровольческий армияның да, РККА-ның да шифрын ватыуы хәл иткес роль уйнай.
Аҡтарҙың да, ҡыҙылдарҙың да бөтә шифрҙары ватылған була, һәм был Рәсәй территорияһында Петрогратан Себергә, Мурмансктан Ҡара диңгеҙгә тиклем нимә булғанын алдан белеп торорға мөмкин була.
1920 йылдың йәйе, ай һайын 500 тиклем дошман радиограммаһы килгән көндәрҙә, шифрлау бүлегенә төп йөк ятҡан. Мәҫәлән, августа поляктар Троцкий, Тухачевский, Якир һәм Гай ҡул ҡуйған 410 радиодепеша алған һәм дешифровкалаған. Ян Ковалевский етәкселегендәге Генераль штабтың ВП Баш штабына (разведка һәм контрразведка) ҡараған P-2 бүлеге поляк криптологтары төркөмөнөң эш һөҙөмтәһен баһалап бөткөһөҙ. Һәр РККА-ның подразделениеһының күсеү юлын белгәнлектән, Польша Ғәскәре командованиеһы Варшава һуғышы барышында дөрөҫ стратегик ҡарар ҡабул итә алған.
Пилсудский командалығында һуғыштарҙа сыныҡҡан частарҙан формалашҡан 120 мең яугирҙән торған удар төркөм 1920 йылдың 13-25 авгусында Варшава өсөн алышта көтөлмәгән һөжүм менән фронтты өҙөп, Тухачевский армияһы тылына һуға. Ауыр еңелеү кисергән Ҡыҙыл армия сигенергә мәжбүр була.
Контрһөжүм барышында поляк ғәскәрҙәре Литва-Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы һәм Латвияның ҙур территорияларын яулай. Генерал Люциан Желиговский Вильноны һәм Вильно крайына инә (был территорияларҙан Урта Литва ойошторола).
1921 йылдың 18 мартында Рига тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, һәм, Икенсе донъя һуғышы башланғансы, ошо документ поляк-совет рәсми мөнәсәбәттәренең нигеҙен тотоп торған.
Стратегик уңышы һәм сәйәси еңелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польша һәм Совет Рәсәйе араһында белорус һәм украин ерҙәрен бүлешеү элекке Речь Посполитая территорияһында польша-литва-белорус-украин федерацияһы «Междуморье» (Międzymorze) төҙөүҙе күҙаллаған Пилсудскийҙың сәйәси концепцияһы юҡҡа сығыуын аңлатҡан. Парадокс тип атайыҡ, күп милләтле, этник яҡтан таҙа Польша дәүләтен яҡлаусы сәйәси дошманы Роман Дмовский идеяһын Пилсудский тормошҡа ашырған булып сыға.
1921 йылдың 25 июнендә Пилсудский Virtuti Militari ордены менән бүләкләнә.
Польшаеың элекке бүлгеләнеүе арҡаһында илдә бик күп төрлө партиялар һәм берләшмәләр була. Польша парламент республикаһын иғлан итеү логик яҡтан дөрөҫ вариант була. 1921 йылдың 17 мартында ҡабул ителгән Польша конституция дәүләт башлығы власын сикләгән. Пилсудскийҙың сәйәси концепцияһының тормошҡа ашырырлыҡ булмауы һәм һуғыштан һуңғы стабиллектең булмауы уның позицияһын көсһөҙләндерә.
1921 йылдың 25 сентябрендә Львовта Көнсығыш күргәҙмәһен асҡан саҡта украин милләтсеһе Степан Федак Юзеф Пилсудскийҙы үлтерергә маташа. Ул алты йылға төрмәгә ултыртыла, өс йылдан илдән сығып китеү шарты менән иреккә сығарыла.
Отставкаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылдың 14 декабрендә Пилсудский 1922 йылдың 9 декабрендә һайланған Полшаның беренсе президенты Габриэль Нарутовичҡа идара эшен тапшыра. Бер аҙна үтеүгә, 1922 йылдың 16 декабрендә, уң ҡараштары менән билдәле рәссам Элигиуш Невядомский Нарутовичты үлтерә[37]. Нарутовичтың үлеме Пилсудскийҙы шаңҡыта, уның Полшала демократик сәйәси ҡоролош булдырыуға ышанысын ҡаҡшата[38] һәм «ҡаты ҡул» кәрәклегенә ышанысын нығыыта[39]. Нарутовичтан һуң һайланған президент Станислав Войцеховский вазифа биләгәс, Пилсудский Генераль штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1923 йылдың 30 майында ул вазифаһынан китә, ә 28 июндә һуңғы сәйәи вазифаһын ҡалдыра.
Отставкаға сыҡҡандан һуң, балалары һәм икенсе ҡатыны менән Сулеювкалағы виллаһында (Sulejówek) йәшәй. Шулай ҙа, отставкала булыуына ҡарамаҫтан, армия реформаһы проекттарын ҡарауҙа ҡатнаша[40].
Май түңкәрелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польша иҡтисады бөлгөнлөк хәлендә була. Гиперинфляция ижтимағи тулҡынланыуҙы хуплай, һәм хөкүмәт үҫә барған эшһеҙлек менән иҡтисади көрсөктө тиҙ арала сығыу ысулын таба алмай [41]. Союзники и сторонники Пилсудскйҙың тарфдаштары уның сәйәсәткә ҡайтыуын теләгән, һәм ул элекке Поляк легиондарына һәм Польша хәрби ойошмаһына, ҡайһы бер һул ҡарашлылар һәм интеллигенция вәкилдәренә таянған сәйәси көс туплай башлай. 1925 йылда, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә хөкүмәт берен-бере алмаштырғандан һуң, сәйәси хәл тырым-тырағай була барған һайын, Пилсудский хөкүмәтте тәнҡитләй һәм Витос Винцента кабинетының отставкаға китеүен талап иткән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә[42][43].
1925 йылдың 27 ноябрендә Пилсудский яҡлы Люциан Желиговский Польша хәрби министры итеп тәғәйенләнә.
Хәрби минстр Желиговский ярҙамында, манёврҙар һылтауы менән, 1926 йылдың майында Рембертова янында Пилсудскийға тоғро частар туплана.
1926 йылдың 12 майында улар Варшаваға йүнәлә. Варшавала өс көн һуғышҡандан һуң, Пилсудский хәл менән идара итә һәм идара итеүгә радикаль үҙгәрештәр индерә («Майский түңкәрелеше»). Ул хәрби министр һәм ҡораллы көстәрҙең генераль инспекторы вазифаһын үтәй.
31 майҙа Пилсудский Польша президенты итеп һайлана, әммә вазифанан баш тарта. Яңынан тауыш биргәндә, Пилсудский тәҡдиме менән Игнаций Мосцицкий президент итеп һайлана. Яңы хөкүмәт формалаштырыу Пилсудский ойошторған түңкәрелеште ысынбарлыҡ итә.
Санация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пилсудский, хәрби министр вазифаһынан башҡа, 1926—1928 һәм 1930 йылдарҙа премьер-министр вазифаһын да биләй. Армияға һәм Пилсудский яҡлы полковниктар төркөмөнә таянған квазипрезидент авторитар режимы «санация» (sanacja, «һауыҡтырыу») атамаһы менән билдәле — йәмғиәттең әхлаҡи сәләмәтлеген тергеҙеү күҙ уңында тотолғандыр.
Эске сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парламенттың роле сикләнгән була. 1927 йылдың ноябрендә Хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итеүсе партияһыҙ блок — тыштан ҡарағанда хөкүмәттеке лә, партияға ҡараған ойошма ла түгел, де-факто «власть партияһы» һәм Пилсудскийҙың таянысы булған блок булдырыла.
Бөйөк депрессия йәки 1929—1930 йылдарҙағы донъя күләмендәге иҡтисади көрсөк Польша иҡтисадында негатив сағылыш тапты, етештереү күләме яртылаш тиерлек кәмене. 1930 йылдың 29 июнендә Краковта күмәк халыҡ ҡатнашҡан хөкүмәткә ҡаршы демонстрация ойошторола. Оппозицияға ҡарата йүнәлтелгән репрессиялар башланғандан һуң, тиҙҙән 1930 йылдың 25 авгусында Пилсудский шәхсән хөкүмәт менән идара итә.
Сәйәси оппозиция хоҡуҡи саралар аша эҙәрлекләнә (сәйәси суд процестары) һәм көс ҡулланыу методтары — туҡмау, суд ҡарары сығармайса 1934 йылда эске эштәр министры Бронислав Перацкийҙы һәм ББСП етәксеһе урынбаҫары Тадеуш Голувконы үлтергәндән һуң булдырылған Берёзе-Картузский концентрацион лагерына интернирлау. Пилсудскийҙың сәйәси дошмандарының бер өлөшө эмиграцияға сығырға мәжбүр була. В апреле 1935 йылдың апрелендә авторитар президент ҡоролошон санкциялаған Польшаның яңы Конституцияһы ҡабул ителә.
Тышҡы сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара сәйәсәттә Пилсудскийға Совет Социалистик Республикалар Союзы менән мөнәсәбәттәрҙе сағыштырмаса нормаға ярашлы (1932 йылдың 25 июленән Польша һәм Советтар Союзы араһында бер-береңә һөжүм итмәү килешеүе) һәм Германия менән (1934 йылғы Германия һәм Польша араһында бер-беренә һөжүм итмәү тураһында Пакты) мөнәсәбәттәрҙе сағыштырмаса нормаға ярашлы көйләү мөмкин була, әммә шуның менән бергә ул бындай килешеүҙәрҙе ышаныслы тип һанамаған һәм көнбайыш союздаштарында (Франция һәм Бөйөк Британия) һәм күршеләрендә — Румыния һәм Венгрияла таяныс эҙләгән.
Сире, үлеме һәм ерләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылдан башлап Пилсудскийҙың, йыш һыуыҡ тейҙереүҙәр, температураһы күтәрелеүе һәм үҙен насар тойоуы аша, сәләмәтлек торошо насарайғаны һиҙелә башлай. Пилсудский үҙенең сирен белдерергә артыҡ тырышмаған.
1934 йылдың аҙағы — 1935 йылдың башы сире ҡатмарлаша, шулай 1934 йылдың 11 ноябрендә, Бойондороҡһоҙлоҡ көнө уңайынан ойошторолған парадта ул саҡ аңын юғалтмай. 1935 йылдың ғинуар-февралендә ҡабырға буйы һәм ашҡаҙандағы ауыртыныуҙары көсәйә, Пилсудский үҙен-үҙе дауалап маташа, әммә был сикле һөҙөмтә бирә. Табиптар консилиумы Венанан профессор Карл Векенбахты саҡырта, һәм ул Варшаваға 1935 йылдың яҙында килә. Бауырында яман шеш барлығы билдәле булғандан һуң, 25 апрелдә Векенбах үлемесле сирле Пилсудскийға бер нисә аҙна ғына ғүмер билдәләй.
Варшавалағы Бельведер һарайында ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәрә, үлем агонияһы ваҡытында поляк-герман яҡынайыуына ҡаршы икәнен күрһәтә[44].
1935 йылдың 12 майында 20 сәғәт 45 минутта Юзеф Пилсудский бауыр яман шешенән (гепатоцеллюляр карцинома) Варшавала вафат була. Маршал үлгәндән һуң бер нисә сәғәт үтеүгә, уны ярып, мейеһен һәм йөрәген алалар. Мейеһе Вильноға Польша Мейе тикшереү Институтына (пол. Polski Instytut Badań Mózgu w Wilnie) тикшерергә ебәрелә, тикшереүҙең беренсе этабы тамамланыуға 1938 йылда Юзеф Пилсудскйҙың мейеһе (пол. Mózg Józefa Piłsudskiego тигән монография баҫылып сыға)[45]. Артабанғы тикшеренеүҙәрҙе атҡарырға етәкселәре Максимилиан Росеның 1937 йылда вафат булыуы һәм Икнсе донъя һуғышы башланыуы ҡамасаулай, һуғыш осоронда Пилсудскийҙың мейеһе юғала[46].
Пилсудский менән хушлашырға Бөйөк Британия, Франция, Бельгия, Германии, Румыния, СССР делегациялары килә. Германия делегацияһын Герман Геринг етәкләй[47]. Ерләү милли берҙәмлек манифестацияһына әүерелә.
Польшала СССР-ҙың тулы вәкәләтле илсеһе Яков Христофорович Давтян 26 мая 1935 йылдың 26 майында яҙған хатында Пилсудскийҙы ерләү тураһында яҙа[48]:
Пилсудскийҙы ерләү королде һуңғы юлға оҙатыуға оҡшағайны. Краковта король ерләүенең бөтә церемонияһы ла атҡарылды. Варшавала ла, Краковта ла, процессияла ҡатнашҡан меңләп халыҡ был ваҡиағаға башлыса ҡыҙыҡлы тамаша кеүек ҡарай ине. Күмәк халыҡ кәйефе карнавалдағыса ине. Күңелһеҙ йөҙҙөр йәки күҙ йәше бик һирәк, башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙа күренде…
Поляк әҙәбиәтендә СССР-ҙа Пилсудскийҙың вафаты уңайынан мәтам ойошторолған тигән уйҙырма урын алған[49]. [50]. 1935 йылдың майында СССР-ҙа «Максим Горький» АНТ-20 самолеты һәләкәте ҡорбандарына арналған матәм церемониялары үткән[51].
1936 йылда Пилсудскийҙың йөрәге Вильнолағы Росса зыяратында әсәһе ҡәбере янына күмелә. Сәйәси-дини перипетиялар үткәрелгәндән һуң, мәйете Краковта Вавель тауындағы Изге Станислав һәм Вацлав кафедраль соборы криптында ерләнә.
-
Люблинда Пилсудский һәйкәле
-
Варшавала Пилсудский һәйкәле
-
Варшавала Пилсудский һәйкәле
-
Росса зыяратында ҡәбер ташы. 2004 йыл]]
-
Изге Станислав һәм Вацлав соборында Пилсудский мәйете саркофагы]]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марией Коплевская-Юшкевич (1865]]—1921) менән никахынан, 1899 йылда өйләнгән, балалары булмай (Марияның тәүге никахынан тыуған ҡыҙы Ванда 1908 йылда 19 йәшендә үлә).
Икенсе ҡатыны — Александра Щербинская, никахта Пилсудская (1882—1963) — әүҙем йәмәғәт эшмәкәәре була. Был никахтан ике ҡыҙы, Ванда (табип-психиатр, балаһы юҡ) һәм Пилсудская Ядвига (хәрби лётчик). Ҡыҙы Ядвига менән 1 ранг капитаны Анджей Ярачевскийҙы ике балаһы, Кшиштоф һәм Йоанна Ярачевскийҙар (икеһе лә архитекторҙар).
Кинола Пилсудскийҙы һынландырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ежи Яблонский (Miłość przez ogień i krew, Польша, 1924)
- Матвей Ляров («П. К.П.», СССР, 1926)
- Антони Пекарский («Комендант», Польша, 1928)
- Евгений Калужский («Первая конная (фильм, 1941)», СССР, 1941)
- Ежи Душиньский («Смерть президента», Śmierć prezydenta, Польша, 1977)
- Филипский Рышард («Переворот», Zamach stanu, Польша, 1981)
- Закженский Януш Станислав («Возрождение Польши», Polonia restituta, Польша, 1981)
- Мариуш Боначевский и Збигнев Запасевич («Маршал Пилсудский», «Marszałek Piłsudski», Польша, 2001)
- Олесь Янчук («Владыка Андрей», Украина, 2008)
- Даниэль Ольбрыхский («Варшавская битва. 1920», Польша, 2011).
- Сергей Кучеренко («Тайный дневник Симона Петлюры», Украина, 2018)
- Шиц Борис («Пилсудский», «Piłsudski», Польша, 2019)
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Польшаныҡы
- Орден Белого орла
- «За воинскую доблесть» ордены (Польша, Рәсәй) Виртути Милитари ордены I, II, IV һәм V дәрәжәле
- Крест Независимости (ҡылыстар менән)
- Крест Храбрых (дүрт тапҡыр)
- Золотой Крест Заслуги (дүрт тапҡыр)
- Орден Возрождения Польши I дәрәжәле
- Крест Заслуги войск Центральной Литвы
- «Парасоль» офицер билдәһе
- Сит илдәрҙеке
- Орден Железной короны (Австро-Венгрия)
- Большой крест Орден Леопольда I (Бельгия)
- Орден «Святой Александр» (ҡылыстар менән) (Болгария)
- Орден Южного Креста (Бразилия)
- Финляндияның Орден Белой Розы
- Большой крест Орден Почётного легиона (Франция)
- Воинская медаль (Франция)
- Орден Военных заслуг (Испания)
- Орден Восходящего солнца I дәрәжәле (Япония)
- Военный орден Лачплесиса (Латвия)
- Орден Башни и Меча (Португалия)
- Большой крест Орден Кароля I (Румыния)
- Орден Михая Храброго I, II, һәм III дәрәжәле (Румыния)
- Большой крест Орден Заслуг (Королевство Венгрия (1920—1946))
- Большой крест Орден Святых Маврикия и Лазаря (Италия)
- Большой крест Военный орден Италии Савойского (Италия)
- Орден Св. Иоанна Иерусалимского (Мальта ордены)
- Чехословацкий Военный крест (1918)]]
- Орден Орлиного креста I класса (Эстония).
- Крест Свободы I/1 и III/1 (Эстония)
- Орден Звезды Карагеоргия (Королевство Югославия)
Әҫәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1920 год : [по поводу брошюры Тухачевского «Поход за Вислу»] : с 8-ю схем.; пер. Петрусевича; предисл. В. Триандафиллова. — М. : Военный вестник, 1926. — 171 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118742574 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Józef Piłsudski // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Smogorzewski K. M. Józef Piłsudski // Józef Piłsudski (ингл.) — Encyclopædia Britannica.
- ↑ 6,0 6,1 Пилсудский Юзеф // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Plach, 2006, с. 14
- ↑ Уменьшительное от имени Юзеф
- ↑ Davies, 2005
- ↑ Hein H. Der Pisludski-KUlt und seine Bedeutung fur den polinischen Staat 1926-1938. — Marburg: Verlag Herder-Intstitut, 2002.
- ↑ 11,0 11,1 Дзержинский против Пилсудского . «Экспресс новости», информационно-аналитический портал. Дата обращения: 23 март 2013. 2013 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ 12,0 12,1 Наленч Д., Наленч Т. Юзеф Пилсудский легенды и факты = Jozef Pilsudski-legendy i fakty / Р. П. Фёдоров; пер. с польского. — М.: Политиздат, 1990. — С. 7. — 399 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-250-00852-6.
- ↑ 1882 йылда Пилсудскийҙар Зуловты һата
- ↑ Garlicki, 2012, с. 31
- ↑ Garlicki, 2012, с. 33—34
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 48
- ↑ Garlicki, 2012, с. 35
- ↑ Латышев В. М. Сахалин в судьбе Бронислава Пилсудского // Б. О. Пилсудский — исследователь народов Сахалина: Материалы Междунар. науч. конф. (Южно-Сахалинск, 31 окт. — 2 нояб. 1991 г.) — Южно-Сахалинск, 1992. — Т. 1. — С. 7—16. 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Landau, Rom; Geoffrey Dunlop. Pilsudski, Hero of Poland. — 1. — Jarrolds, 1930. — С. 30—32.
- ↑ Garlicki, 1988, с. 24
- ↑ Chojnowski, Andrzej Piłsudski Józef Klemens (пол.). Internetowa encyklopedia PWN. PWN. Дата обращения: 15 ғинуар 2008. Архивировано из оригинала 3 май 2008 года. 2008 йыл 3 май архивланған.
- ↑ 22,0 22,1 Операция «Вечер» — Пилсудский
- ↑ 23,0 23,1 Kowner, Rotem (инг.)баш. Historical Dictionary of the Russo-Japanese War (инг.). — ISBN 0-8108-4927-5: The Scarecrow Press, 2006. с. 285
- ↑ Свечин Н. Мёртвый остров. — М.: Эксмо, 2014 — С. 409.
- ↑ Инаба Чихару — Японский резидент против Российской империи. Полковник Акаси Мотодзиро и его миссия 1904—1905 гг. 2016 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Заварзин П. П. Глава 14: Работа тайной полиции // «Охранка»: Воспоминания руководителей политического сыска / В двух томах. — М.: НЛО, 2004. — Т. 1.
- ↑ 27,0 27,1 Adam Zamoyski, 1987, с. 330
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 131
- ↑ Adam Zamoyski, 1987, с. 332
- ↑ Roos, 1966, с. 14
- ↑ Adam Zamoyski, 1987, с. 333
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 171—172
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 168
- ↑ Józef Piłsudski (1867–1935) (пол.). Poland.gov. Архивировано из оригинала 13 февраль 2006 года. 2006 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Richard M. Watt: Gorzka chwała. Polska i jej los 1918—1939. Warszawa: A.M.E Plus Group Sp. z o.o., 2005. ISBN 83-921401-3-3.
- ↑ 5 I 1919. Zamach stanu
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 489
- ↑ Suleja, 2004, с. 300
- ↑ Davies1986, 1986, с. 140
- ↑ И. Мусский. Сто великих диктаторов. — М.: Вече, 2000
- ↑ Urbankowski, 1997, с. 502
- ↑ Józef Piłsudski (1867—1935) 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Andrzej Chojnowski. Piłsudski Józef Klemens 2008 йыл 3 май архивланған. (на польском).
- ↑ Соцков Л. Ф. Секреты польской политики. 1935—1945. — М.: РИПОЛ классик, 2010.
- ↑ Bogusław Kwiatkowski. Fragment książki "Mumie. Władcy, święci, tyrani" (пол.). Tygodnik Polityka (19 ноябрь 2009). Дата обращения: 5 ноябрь 2016.
- ↑ Mirosław Skowron. Tajemnice mózgu marszałka Piłsudskiego (пол.). se.pl (5 август 2011). Дата обращения: 5 ноябрь 2016.
- ↑ YouTube сайтында Pogrzeb Jozefa Pilsudskiego 1935 DVDRiP XviD J23 OSiOLEK com (пол.)
- ↑ Кузьмичева А. Е. «Он был польским националистом, и это было его существом». Как Советский Союз прощался с маршалом Пилсудским // Славянский альманах. — Вып. 1-2. — М.: Индрик, 2017. — С. 168.
- ↑ Кузьмичева А. Е. «Он был польским националистом, и это было его существом». Как Советский Союз прощался с маршалом Пилсудским // Славянский альманах. — Вып. 1-2. — М.: Индрик, 2017. — С. 165.
- ↑ Кузьмичева А. Е. «Он был польским националистом, и это было его существом». Как Советский Союз прощался с маршалом Пилсудским // Славянский альманах. — Вып. 1-2. — М.: Индрик, 2017. — С. 168—169.
- ↑ Кузьмичева А. Е. «Он был польским националистом, и это было его существом». Как Советский Союз прощался с маршалом Пилсудским // Славянский альманах. — Вып. 1-2. — М.: Индрик, 2017. — С. 169.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валь Э. Г. Как Пилсудский погубил Деникина. — Таллин : издание автора, 1938. — 120 с.
- Деникин А. И. Кто спас Советскую власть от гибели. Париж, 1937.
- Ларин М. Ю., Хватов А. В. Неизвестные войны России. — М.: Дом Славянской книги, 2012. — 480 с.
- Eva Plach. The Clash of Moral Nations: Cultural Politics in Pilsudski's Poland, 1926–1935 (инг.). — Ohio University Press. — Athens, Ohio, 2006. — ISBN 978-0-8214-1695-2.
- Andrzej Garlicki. Józef Piłsudski: 1867–1935 (пол.). — Warszawa: Czytelnik (инг.)баш., 1988. — ISBN ISBN 8307017157..
- Andrzej Garlicki. Józef Piłsudski: 1867–1935 (пол.). — Kraków: Wydawnictwo Znak, 2012. — ISBN 978-83-240-2225-0..
- Bohdan Urbankowski. Józef Piłsudski. Marzyciel i strateg (пол.). — Poznań: Zysk i S-ka, 2014. — ISBN 9788377854808.
- Матвеев Г. Пилсудский. — М.: Молодая гвардия, 2008. — (ЖЗЛ) ISBN 978-5-235-03126-5
- Наленч Т., Наленч Д. Юзеф Пилсудский — легенды и факты = Józef Piłsudski — legendy i fakty. — М.: Политиздат, 1990. — ISBN 5-250-00852-6.
- Салтан А. Н. Политический пасьянс Юзефа Пилсудского [Электронный ресурс]. — Режим доступа к статье: https://web.archive.org/web/20160816045417/http://www.sled.net.ua/node/32183 . — Заглавие с экрана. — 24.06.2016.
- Сулея В. Юзеф Пилсудский / Пер. с польск. — М.: Летний сад, 2009. — 438 с. — ISBN 978-5-98856-057-9.
- Adam Zamoyski. The Polish Way. — John Murray. — London, 1987. — ISBN 978-0-531-15069-6.
- Davies Norman. God's Playground: A History of Poland in Two Volumes, vol. 2: 1795 to the Present. — Oxford University Press. — Oxford; New York, 2005. — ISBN 978-0-19-925340-1.
- Davies Norman. Heart of Europe: A Short History of Poland (инг.). — Oxford. — Oxford University Press, 1986. — ISBN 978-0-19-285152-9.
- Henryk Cepnik. Józef Piłsudski: portret biograficzny. Warszawa, 1988.
- Joseph Rothschild. East Central Europe Between the Two World Wars. — Seattle. — University of Washington Press, 1990. — ISBN 978-0-295-95357-1.
- Roos Hans. A History of Modern Poland, from the Foundation of the State in the First World War to the Present Day. — New York. — Knopf, 1966.
- Włodzimierz Suleja. Józef Piłsudski (пол.). — Wrocław. — Zakład Narodowy im. Ossolińskich, 2004. — ISBN 978-83-04-04706-8.
- Urbankowski, Bohdan. Józef Piłsudski: Marzyciel i strateg. — 1997. — ISBN 978-83-7001-914-3.
Юзеф Пилсудский Викиөҙөмтәлә | |
Юзеф Пилсудский Викикитапханала | |
Юзеф Пилсудский Викимилектә | |
Юзеф Пилсудский Викияңылыҡтарҙа |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Hrono
- Пилсудский Юзеф // Энциклопедия «Кругосвет».
- Пилсудский Юзеф «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Фигуры XX столетия Юзеф Пилсудский: Начальник, который создал себе государство
- Юзеф Пилсудский (1867—1935)(недоступная ссылка)
Ҡалып:Президенты Польши Ҡалып:Премьер-министры Польши Ҡалып:Маршалы Польши
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1867 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 12 майҙа вафат булғандар
- 1935 йылда вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Харьков университетын тамамлаусылар
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Хәрби миҙал менән бүләкләнеүселәр (Франция)
- Польша Яңырыуы ордены йондоҙо менән Командор тәреһе кавалерҙары
- Көньяҡ Тәре ордены Ҙур тәре кавалеры
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Virtuti Militari орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Ҡыйыуҙар тәреһе кавалерҙары
- Леопольд I Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Изге Маврикий һәм Лазарь орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Башня һәм Ҡылыс орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- Тимер таж ордены кавалерҙары
- Польша революционерҙары
- Рәсәй империяһы революционерҙары
- Варшава Александр цитаделе тотҡондары
- Поляк легиондары хәрби хеҙмәткәрҙәре (1914–1918)
- Польша-украин һуғышында ҡатнашыусылар
- Совет-поляк һуғышында ҡатнашыусылар
- Польша премьер-министрҙары
- Польша президентына кандидаттар
- Польшаның оборона министрҙары
- Поляк социалистик партияһы ағзалары
- Поляк социалистик партияһы — революцион фракцияһы ағзалары
- Польша хәрби ойошмаһы ағзалары
- Польша мемуаристары
- Бауыр яман шешенән үлгәндәр
- Вавель соборында ерләнгәндәр
- Гдыняның почётлы граждандары
- Петропавловск ҡәлғәһе тотҡондары