Мүктәр
Мүктәр | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Bryophyta Schimp., 1879[1][2] |
---|---|
Таксономия рангыһы | отдел[d][1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр[1], Bryobiotina[d][2] һәм Setaphyta[d] |
Башланыу датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) |
PAEnflowered taxon URL | paenflowered.org/catalog… |
Мүктәр Викимилектә |
Мүктәр, йә Мүк, йәки Бриофит (лат. Bryophyta), — юғары йәки ер өҫтөндә үҫеүсе үҫемлектәр рәтенә ҡарай, уларҙың яҡынса 700 ырыу һәм 110—120 ғаиләгә ҡараған 10 меңләп төрө билдәле[3] (дөйөм иҫәбе буйынса, Печеночный һәм Антоцеротовый мүктәрҙе ҡушҡан осраҡта, яҡынса 20 000 төрө бар[4]). Һыу мүктәрен иҫәпкә алмағанда, ғәҙәттә был ваҡ үҫемлектәрҙең оҙонлоғо бик һирәк ваҡытта 50 мм-ҙан арта, сөнки ҡайһы бер һыу мүктәре ярты метрҙан ашыу оҙонлоҡта була, ә эпифиттарҙыҡы тағы ла оҙонораҡ булыуы мөмкин. Мүктәр Мүк һымаҡтар кеүек үк башҡа ер өҫтөндә үҫеүсе (юғары) үҫемлектәрҙән үҙҙәренең йәшәү циклдары менән бер ни тиклем айырыла, сөнки уларҙың йәшәү циклында диплоидный спорофитҡа ҡарағанда гаплоид гаметофит өҫтөнлөк итә.
Элек был бүлеккә Печеночный (Marchantiopsida, йәки Hepaticopsida) һәм Антоцеротовой (Anthocerotopsida) мүк төрҙәрен дә индерәләр ине, әммә хәҙер был такса бүлеге үҙ Marchantiophyta һәм Anthocerotophyta кимәленә тиклем күтәрелде. Өс бүлеккә ҡараған мүк төрҙәре өсөн формаль булмаған мүк һымаҡтар (мохообразные (Bryophytes)) йыйылма термины ҡулланыла.
Ботаниканың мүк һымаҡтарҙы өйрәнеү бүлеге бриология тип атала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп кенә мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, мүк һымаҡтар башҡа споралы үҫемлектәр кеүек үк псилофиттарҙан (риниофиттарҙан) барлыҡҡа килгән, йәғни боронғо юҡҡа сыҡҡан ер өҫтө үҫемлектәре төркөмдәренән таралған. Шул уҡ ваҡытта мүктәрҙең спорофиттары тармаҡланған тәүбыуын формаһының редукцияһы һөҙөмтәһе булараҡ ҡарала.
Башҡа ҡараш буйынса мүктәр, плауновидлылар һәм риниофиттар бик боронғо дөйөм бер үҫемлек төркөмө сығанағынан килеп сыҡҡан.
Тәүге палеонтологик табыштар девона осороноң аҙағына — карбон осоро[5] башына ҡарай.
Биологик яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болан мүген мүк менән бутарға ярамай, сөнки ул мүк түгел, ә исем өсөн йыйылма атама алған бәшмәк менән ылымыҡтан ғибәрәт булған түбән төҙөлөшлө үҫемлек, йәғни лишайник.
Мүктәр бөтә континенттарҙа ла, шул иҫәптән Антарктидала ла, осрай.
Ғәҙәттә улар ҡараңғы йәки күләгәле урындарҙа тығыҙ булып уҡмашып үҫә, йыш ҡына һыу ятҡылыҡтарына яҡын урындарҙы үҙ итә, һирәкләп булһа ла асыҡ һәм ҡоро ерҙәрҙә лә осрауы мөмкин. Мүк һымаҡтар араһында сөсө һыу мөхитен үҙ итеүселәр ҙә бар. Диңгеҙҙә таралыусы төрҙәре юҡ, әммә ҡайһы берҙәре бәрмә тулҡынлы ҡаяларға йәбешеп үҫә.
Мүк һаҙлыҡтарҙа үҫеү менән бер рәттән унда башҡалары өсөн уңайлы барлыҡҡа килеү шарттары булдыра[6].
Мүктәрҙең әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мүк һымаҡтарҙың ғаиләләре (The Plant List мәғлүмәт базаһы буйынса тулы исемлектәре)
- Биоценоздарҙың айырым төрҙәрен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашалар, бигерәк тә тупраҡ өҫтөн тулыһынса тиерлек ҡаплаған ерҙәрҙә (тундрала).
- Мүк япмалары (мүклектәр) радиоактив матдәләр туплауға һәм уларҙы һаҡлауға һәләтле.
- Ландшафт һыу балансын көйләүсе булараҡ та мүк төрҙәре ҙур роль уйнай, сөнки бик күп һыу һеңдерә һәм уны һаҡлай алалар.
Мүк һымаҡтарҙың ырыуҙары (The Plant List мәғлүмәт базаһы буйынса мәғлүмәт тулы исемлектәре)
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мүк кластары
ДНК эҙмә-эҙлелеген тикшереү нигеҙендә мүк кластарының филогенетик торошо[7][8].
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ruggiero M. A., Gordon D. P., Orrell T. M., Bailly N., Bourgoin T., Brusca R. C., Cavalier-Smith T., Guiry M. D., Kirk P. M. A Higher Level Classification of All Living Organisms (ингл.) // PLOS ONE / PLOS ONE Editors — PLoS, 2015. — Vol. 10, Iss. 4. — P. e0119248. — ISSN 1932-6203 — doi:10.1371/JOURNAL.PONE.0119248 — PMID:25923521
- ↑ 2,0 2,1 Tropicos (ингл.)
- ↑ Мүктәр: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 23 август 2010)
- ↑ The Bryophytes (Mosses and liverworts) 2019 йыл 12 апрель архивланған. // The Plant List. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2011)
- ↑ Еленевский А. Г. Ботаника. Систематика высших, или наземных, растений: учебник для студ. высш. пед. учеб. заведений / А. Г. Еленевский, М. П. Соловьева, В. Н. Тихомиров. — 4-е изд., исп. — М.: Издательский центр «Академия», 2006. — С. 40.
- ↑ Дмитрий Донсков Хранитель верховых болот // Наука и жизнь. — 2017. — № 6. — С. 62—66.
- ↑ Goffinet B., Buck W. R., Shaw A. J. Morphology and Classification of the Bryophyta // Bryophyte Biology (инг.) / Goffinet B., Shaw A. J. (eds.). — 2nd ed. — Cambridge: Cambridge University Press, 2008. — P. 55—138. — 565 p. — ISBN 9780521872256.
- ↑ Goffinet B., Buck W. R. Systematics of the Bryophyta (Mosses): From molecules to a revised classification (инг.) // Monographs in Systematic Botany from the Missouri Botanical Garden. — 2004. — Т. 98. — С. 205—239. — ISBN 1-930723-38-5. — ISSN 0161-1542.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мхи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Мхи // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
- Жизнь растений : в 6 т. / гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М. : Просвещение, 1978. — Т. 4 : Мхи. Плауны. Хвощи. Папоротники. Голосеменные растения / под ред. И. В. Грушвицкого и С. Г. Жилина. — 447 с. — 300 000 экз.
- Бардунов Л. В. Древнейшие на суше / Отв. ред. чл.-кор. АН СССР Ф. Э. Реймерс. — Новосибирск: Наука, Сибирское отд-ние, 1984. — 160, [16] с. — (Человек и окружающая среда). — 23 000 экз.
- Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — 784 с. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- MOBOT сайтындағы мүк төрҙәренең тулы
- Bryophyta бүлегенең хәҙерге классификацияһы (юғары ранг таксалары һәм ырыуы). Cambridge University Press, 2000 2019 йыл 2 октябрь архивланған.
- www.ecosystema.ru сайтында:
- Мүктәрҙең әһәмиәте