30 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
30 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 сентябрь Викимилектә |
30 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 273-сө көнө (кәбисә йылында 274-се). Йыл аҙағынаса 92 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Абхазия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ботсвана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Интернет (Рунет) көнө.
- Украина: Китапханалар көнө.
Төбәк байрамдары
- Карелия: Фашист илбаҫарҙарынан азат ителеү көнө.
- Ҡаҙағстан: Юстиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының моторлы махсус хәрби частәре көнө.
- Табип-ортодонттар көнө.
- Төркмәнстан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1882: АҠШ-та беренсе гидроэлектростанция эшләй башлай.
- 1911: Хәҙерге Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында мәктәп асыла.
тулы исемлек
- 1918:Украинаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн Һуғыш: Нестор Махно етәкселегендәге Баш күтәреүселәр Көстәре Дибровка янындағы алышта Үҙәк державаларҙы тар-мар итә.
- 1928: Англия микробиологы Александр Флеминг пенициллин уйлап таба.
- 1929: Англияның «BBC» телеканалы беренсе телетрансляция уҙғара.
- 1931: Ауырғазы район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1948: «Ми-1» вертолёты беренсе осош яһай.
- 1954: Беренсе атом һыу аҫты кәмәһе «Наутилус» сафҡа инә.
- 1980: Израилдә яңы валюта шекель индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнец Михаил Мефодиевич (1900—1959), ғалим-дерматовенеролог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1953 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1946 йылдан Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институтының ғилми етәксеһе. Башҡорт АССР-ында бәшмәк ауырыуҙары эпидемиологияһын өйрәнеүсе. 1945—1953 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1946). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Киев губернаһы Горянка ауылынан.
- Насыров Илшат Рәшит улы (1960), ғалим-философ. Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы.
тулы исемлек
- Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы (2000), спортсы, шашка буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы (1921—?), совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1960 йылдарҙа Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1961—1976 йылдарҙа КПСС-тың Федоровка район комитетының 1-се секретаре. Башҡорт АССР-ының V, VII һәм VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан.
- Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (1946), комсомол, партия органдары һәм хеҙмәт ветераны, энергетик. 1976—1980 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары; «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошманы ойоштороусы һәм 2005 йылдан уның директоры.
тулы исемлек
- Юлдыбаев Марат Һаҙый улы (1951), музыкант-саксофонсы. 1980 йылдан «Дуҫтар» башҡорт джаз ансамбленең художество етәксеһе. 1992 йылдан Бангкок ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡупова Венера Дәүләтбай ҡыҙы (1937), педагог. 1960 йылдан Мәсетле районы Мәләкәҫ ете йыллыҡ, 1961 йылдан — Оло Аҡа һәм 1960—1995 йылдарҙа Яңы Мишәр урта мәктәптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Сығышы менән Яңы Мишәр ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Урал Рәшит улы (1977), ғалим-инженер. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡытыу мастеры, 2000—2008 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, ауыл хужалығын электрләштереү һәм автоматлаштырыу факультетының декан урынбаҫары, 2013 йылдан — уҡытыусы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты консультанты, кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Подольск ауылынан.
тулы исемлек
- Орехов Борис Валерьевич (1982), ғалим-тел белгесе. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университетының компьютер филологияһы лабораторияһы хеҙмәткәре, 2013 йылдан «Юғары иҡтисад мәктәбе» ғилми тикшеренеүҙәр университеты уҡытыусыһы. Башҡорт телендәге фольклорҙың электрон архивын (2011) һәм «Башҡорт теленең поэзия корпусы»н (2013) төҙөүсе, Норвегияның «RuN-Euro» корпусын (2010) һәм «Рус теленең милли корпусы»н төҙөүҙә ҡатнашыусы. «Назиров архивы» исемле электрон журналдың баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имай Насыри (1898—29.03.1942), журналист һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1925, 1926 йылдарҙа хәҙерге «Ағиҙел», 1925—1931 йылдарҙа — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- Әхнәф Байрамов (1923—18.02.2010), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Саттаров Мәҡсүт Мостафа улы (1928—27.10.1997), инженер‑нефтсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1969). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1981).Сығышы менән Татар АССР-ының Октябрь-Бүләк ауылынан.
- Митрофанов Николай Иванович (1938—8.04.2006), ветфельдшер, механизатор. 1961 йылдан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы ветфельдшеры, 1965 йылдан һауын гурты бригадиры, 1968 йылдан һәм 1993—1996 йылдарҙа — тракторсы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Ялсыҡай ауылынан.
- Сергеев Владислав Сергеевич (1973), биолог-ғалим. «Башинком» предприятиеһы директорының фән буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2010), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Сыуаш Нуғаҙағы ауылынан.
- Хажин Айбулат Вәкил улы (1973), педагог-ғалим, дәүләт хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Иванов Антон Сергеевич (1983), спортсы, фехтовальщик. 2004—2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2000) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (1929), хеҙмәт ветераны. 1949—1989 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой»» тресының ер ҡаҙыу эштәре буйынса махсуслашҡан идаралығының экскаватор машинисы һәм бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974).
- Ризван Хажиев (1939—27.10.2013), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (1959), педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан — Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе директоры. Район Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән ошо райондың Яңы Собханғол ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1882: Ганс Гейгер, Германия физигы.
- 1895: Александр Василевский, Советтар Союзының хәрби эшмәкәре.