14 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
14 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 ноябрь Викимилектә |
14 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 318-се көнө (кәбисә йылында 319-сы). Йыл аҙағына тиклем 47 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Пассажирҙар көнө.
- Етемдәр көнө.
- Шәкәр ауырыуы (диабет) менән көрәш көнө.
- АҠШ: Хәүефһеҙлек ҡайышы көнө.
- Маринадланған ҡыяр көнө.
- Иран: Китап көнө.
- Колумбия: Колумбия ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
- Монголия: Сыңғыҙхан тыуған көн.
- Польша: Оло йәштәгеләр көнө.
- Һиндостан: Балалар көнө.
- Ер: Эндокринологтар көнө.
- Логопедтар көнө.
- АҠШ: Операция шәфҡәт туташтары көнө.
- Беларусь: Тимерселәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Социологтар көнө.
- 1903: Голландияла электрокардиограф уйлап сығарыла.
- 1919: Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы ойошторола.
- 1930: Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү техникумы асыла.
- 1936: СССР-ҙа Гидрометеорологик хеҙмәт эшләй башлай.
- 1960: ОПЕК ойошторола.
- 1968: Беренсе тапҡыр үпкәне күсереп ҡарайҙар.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (1890—31.05.1927), дәүләт эшмәкәре. 1925—1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары һәм эске эштәр халыҡ комиссары.
- Самцов Владимир Александрович (1905—1.01.1974), ғалим-патофизиолог. 1934—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1945 йылдан патологик физиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1948—1954 йылдарҙа дауалау факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1944), профессор (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1953, 1961). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Классен Эрих Гергардович (1935), ғалим-философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). 1966 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, 2008 йылдан гуманитар һәм социаль-иҡтисади фәндәр кафедраһы мөдире; 1976 йылдан Норильск индустриаль институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981—1986 йылдарҙа марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1989 йылдан ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире. 1993—2005 йылдарҙа Германияла йәшәй. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Черно-Озёрное ауылынан.
- Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы (1950), журналистика ветераны, яҙыусы, тәржемәсе. 1975 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1985 йылдан — бүлек мөдире; 1986 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары, 1996 йылдан — «Башҡортостан» гәзитенең, 2011 йылдан — «Һәнәк» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Мифтәхетдин Аҡмулла (2005) һәм Һәҙиә Дәүләтшина (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуртдинов Нурмөхәмәт Нуртдин улы (1911—24.08.1994), партия органдары һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Дөмәй ауылынан.
- Кәлмәтова Мәсғүҙә Арыҫлан ҡыҙы (1916—1995), ғалим-хирург, офтальмолог. 1965—1980 йылдарҙа хәҙерге Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте капитаны. Медицина фәндәре кандидаты (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1958), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Ушков Геннадий Александрович (1931—7.04.1994), еңел атлетика буйынса тренер, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Салауат Юлаев исемендәге спорт клубының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1983 йылдан Башҡортостан Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта еңел атлетика буйынса Башҡортостан (1961 йылдан), РСФСР (1971—1991) һәм Рәсәй (1992 йылдан) йыйылма командалары тренеры. 1965 йылдан Башҡортостан Еңел атлетика федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. РСФСР-ың атҡаҙанған тренеры (1987) һәм республика категорияһындағы судья (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987).
- Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы (1941), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, музыка белгесе. 1971 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Композитор Хөсәйен Әхмәтовтың ҡыҙы.
- Разуваева Наталия Николаевна (1951), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының тышҡы бәйләнештәр буйынса проректоры. Тарих фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Хәзиәхмәтов Фаил Сабирйән улы (1956), ғалим-зоотехник. 1983 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылдан хайуандарҙы ашатыу һәм физиология кафедраһы мөдире, 2010 йылдан — биология-технология факультеты, 2012—2016 йылдарҙа биотехнологиялар һәм ветеринария факультеты деканы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).
- Янюкин Геннадий Алексеевич (1956), хеҙмәт алдынғыһы. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе токары. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы (1922—7.12.2020), ғалим-инженер, нефтсе. 1952 йылдан Урал—Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының бүлек начальнигы, идаралыҡ начальнигының производство буйынса урынбаҫары, баш инженер; 1970—1983 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент (1981). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1972), СССР-ҙың почётлы (1977) нефтсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
- Матюшин Геральд Николаевич (1927—7.08.2000), ғалим-археолог. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Археология институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—2000 йылдарҙа Рәсәй археология йәмғиәте рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1988), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1992). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Хәйруллина Заһира Миңлейәр ҡыҙы (1932), педагог, йәмәғәтсе. Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы, шул иҫәптән Бәләбәйҙең 1-се мәктәбенең элекке директоры. Бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1992). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙанлытамаҡ ауылынан.
- Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы (1957), педагог. 1979 йылдан Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы хәҙерге Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005) һәм мәғариф алдынғыһы (1994).
- Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы (1972), бейеүсе. 1993 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе филармонияһының балет артисы, бер үк ваҡытта 1995—2003 йылдарҙа «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет буйынса репетиторы, 2003—2008 йылдарҙа — художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крашенинников Николай Александрович (1878—11.10.1941), Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында байтаҡ әҫәр ижад иткән рус яҙыусыһы.
- Алпаров Ғибаҙулла Хәбибулла улы (1888—31.07.1936), педагог, төркиәтсе-тел белгесе-ғалим, профессор, татар теле грамматикаһына, ҡазаҡ һәм төркмән телдәре орфографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан.
тулы исемлек
- Урядов Иван Иванович (1893—20.03.1962), рәссам, график. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1943).
- Ракшин Дмитрий Сергеевич (1913—9.01.1961), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылынан.
- Дьяконова Мария Ивановна (1918—2.04.2005), табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Ҡотлоғәлләмов Иштуған Ишбулат улы (1918—28.06.1991), ауыл хужалығы, урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы, танкист, лейтенант. 1947—1950 һәм 1956—1959 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауыл советы, 1952—1953 йылдарҙа — Ленин исемендәге колхоз рәйесе. 1973—1976 йылдарҙа «Баймаҡ» ял йорто директоры. РСФСР Юғары Советы Президиумының (1957) һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1957) Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), дүрт Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Темәстең почётлы гражданы (1991), сығышы менән ошо ауылдан.
- Савина Клавдия Фёдоровна (1918—5.06.1995), нефть һәм газ сығарыу тармағы, комсомол, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1939 йылдан Ишембайҙағы 1-се нефть промыслаһы технигы, нефть сығарыу мастеры ярҙамсыһы; 1941 йылдан ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының икенсе, 1942—1946 йылдарҙа — беренсе секретары; 1948 йылдан нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Ишембай ҡала комитеты рәйесе урынбаҫары, 1950 йылдан — рәйесе; 1960—1978 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының дүрт Почёт грамотаһы (1943, 1952, 1957, 1960) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Егорьевка ауылынан.
- Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (1918—20.03.2004), педагог-методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1974—1989 йылдарҙа Өфөләге «Салют» шифахана тибындағы пионер лагерының директор урынбаҫары, дәреслектәр авторы. Ҡаланың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубын ойоштороусы һәм уның тәүге рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никифоров Кузьма Фёдорович (1924—3.08.1986), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1955 йылдан Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәте союзы (Башпотребсоюз) ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа — Дыуан райпоһының идара рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Кулагин Юрий Захарович (1929—20.10.1983), ғалим-ботаник, дендроэколог. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1970 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире, 1970—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Лемаев Николай Васильевич (1929—24.12.2000), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер‑технолог. 1950—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары. 1963 йылдан — «Нижнекамскнефтехим» берекмәһенең генераль директоры, 1985 йылдан — СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары, 1985—1990 йылдарҙа СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. РСФСР-ҙың VIII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР-ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979), СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Пестравка районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Самодумова Маргарита Васильевна (1929—29.07.2016), педагог. 1955—2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһының хәҙерге 62‑се лицейы уҡытыусыһы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кострома ҡалаһынан.
- Водопьянов Владимир Васильевич (1949), ғалим-математик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — дөйөм фәндәр факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2009), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Порт-Артур ҡалаһынан.
- Грешнов Владимир Михайлович (1949), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире, 2007 йылдан — теоретик механика кафедаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1719: Леопольд Моцарт, Австрия композиторы, Вольфганг Амадей Моцарттың атаһы.
- 1889: Джавахарлал Неру, Һиндостандың сәйәси эшмәкәре, илдең беренсе премьер-министры.
- 1903: Косарев Александр Васильевич, СССР-ҙың партия һәм комсомол эшмәкәре, 1929—1938 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк Комитетының 1-се секретары, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1904: Животов Алексей Семёнович, СССР композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
- 1906: Абрикосов Андрей Львович, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968).
- 1907: Астрид Линдгрен, Швецияның балалар яҙыусыһы, әкиәтсе («Малыш и Карлсон, который живёт на крыше», Пеппи Длинныйчулок хаҡында тетралогия).
- 1910: Колотыркин Яков Михайлович, СССР ғалимы, химия фәндәре докторы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1918: Павлик Морозов, герой пионер.
- 1924: Коган Леонид Борисович, скрипкасы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966), Ленин премияһы лауреаты (1965)
- 1930: Хисамов Ифрат Ниғмәт улы, Татарстан композиторы («Ағиҙелкәй», «Ултыр әле яндарыма», «Бәрәңге», «Балыҡсы йыры», «Уҡытыусыма», «Ромашка» һ.б. йырҙар).
- 1949: Кургинян Сергей Ервандович, Рәсәй политологы.
- 1950: Бариев Шамил Мәсғүт улы, театр һәм кино актёры,режиссёр. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- 1954: Кондолиза Райс, АҠШ-тың 66-сы Дәүләт секретары (2005—2009).
- 1959: Дмитрий Дибров, Рәсәй тележурналисы, музыкант.
- 1963: Лолита Милявская, Рәсәй эстрада йырсыһы, актёр һәм режиссёр.
- 1716: Готфрид Лейбниц, Германия математигы.
- 1831: Георг Вильгельм Фридрих Гегель, Германия философы.
- 1942: Заслонов Константин Сергеевич, СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған партизан хәрәкәте етәксеһе, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1985: Беляев Дмитрий Константинович, СССР-ҙың ғалим-генетигы, академик.
- 1990: Трауберг Леонид Захарович, СССР кинорежиссёры, сценарист. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).
- 1997: Хәким Ғиләжев, башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2009: Ғайнанов Риф Фәтхылбаян улы, Туймазы районының элекке Нарыш ауылында (хәҙер Октябрьский ҡалаһына ҡарай) тыуған спортсы, педагог.