Эстәлеккә күсергә

Марко Поло

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марко Поло
Marco Polo
Тыуған көнө

15 сентябрь 1254({{padleft:1254|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Венеция, Венециан республикаһы

Вафат булған көнө

8 ғинуар 1324({{padleft:1324|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны

Венеция, Венециан республикаһы

Ил

 Венеция республикаһы[d]

Эшмәкәрлеге

сәйәхәтсе, сауҙагәр

Атаһы

Николо Поло

Тормош иптәше

Доната Бадоер[d]

 Марко Поло Викимилектә

Марко Поло (итал. Marco Polo [ˈmarko ˈpɔːlo], 15 сентябрь 1254 йыл, Венеция — 8 ғинуар 1324 йыл, шунда уҡ) — итальян сауҙагәре һәм сәйәхәтсеһе, Азия буйлап сәйәхәтен киң билдәле «Донъяның күп төрлөлөгө тураһында китап» тигән әҫәрендә һүрәтләй. Ҡайһы бер урындарында шик тыуһа ла, урта быуат Әрмәнстан, Иран, Ҡытай, Монголия, Һиндостан, Һиндонезия һ.б. географияһы, этнографияһы, тарихы буйынса ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Диңгеҙселәр, картографтар, яҙыусылар был китапты йыш ҡулланалар, Христофор Колумб Һиндостанға юл эҙләгәндә унда 70-ләп билдә ҡалдырған[1]. 1888 йылда бер һары күбәләккә — Марко Поло һарыҡайы (Colias Marcopolo) тип исем биргәндәр.

Марко Поло Венецияла зәрҡәр тауарҙары һәм тәмләткестәр һатыу менән шөғөлләнгән сауҙагәр Николо Поло ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһында документтары һаҡланмағанлыҡтан уның сығышы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә.

Марко Полоның атаһы менән ағаһы сәйәхәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венеция һәм Генуя сауҙагәрҙәре ун өсөнсө быуатта Урта диңгеҙҙә иркен йөрөйҙәр, улар Урта Азияға, Һиндостан менән Ҡытайға үтергә тырышалар.

1260 йылда Николо, Маркон атаһы, Маффео тигән туғаны менән Ҡырымға, Судакҡа юлланалар. Бында уларҙың өсөнсө туғаны сауҙа йорто тотҡан була. Һарай-Батуҙа бер йыл йәшәгәс, туғандар Бохараға юл тота. Был ваҡытта Батый хандың энеһе Берке хан шул тарафта һуғыш асҡан була. Бохарала өс йыл йәшәгәс, ҡайтырға мөмкинлеге булмағанлыҡтан, Һулагу хан Ханбалыҡҡа (Пекинға) Һүбиләй тигән туғанына ебәргән фарсы каруанына эйәреп, Ҡытайға барып эләгә. Ҡытайҙарҙың Сун тоҡомон тар-мар итеп, Һүбиләй Монгол империяһының һәм Ҡытайҙың берҙән-бер хакимына әйләнә.

1266 йылдың ҡышында ағалы-энеле Пекинға барып етә, хан Һүбиләй уларҙы үҙе ҡабул итә һәм юлда тотҡарламаһындар өсөн алтын пайза бирә. Хан Рим папаһына Иерусалимдәге Ғайса пәйғәмбәр ҡәберенән май ебәреүен һорап хат һала. Юлда Никколо үҙе киткәс үк Марко тигән улы тыуыуын, ҡатынының үлеп ҡалыуын ишетә. Венецияға килгәс, (1269 йыл) Папа Климент IV тә үлеп ҡалыуын, ә яңыһы әле тәғәйенләнмәүен беләләр. Һүбиләйҙең үтенесен үтәр өсөн улар яңы Папа ҡуйылыуҙы көтөп тормай, 1271 йылда Иерусалимға йүнәләләр, Марконы ла бергә алалар.

Марко Полоның сәйәхәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайға сәйәхәте Месопотамия, Памир һәм Ҡашғария аша үтә.

1275 йылда Пололар Шачжа (бөгөнгө Дуньхуан) ҡалаһына барып етәләр. Шул йылы уҡ Һүбиләйҙең Шандулағы йәйләүенә барып етәләр (бөгөнгө Ганьсу). Полоның әйтеүенсә, хан уны ярата, Венецияға ҡайтырға рөхсәт итмәй, хатта өс йыл буйы Янчжоу ҡалаһыныү башлығы итеп тота (CXLIV бүлеге, 2-се китабы). Китапта яҙылыуынса, Поло хан ғәскәренә катапульта менән файҙаланырға өйрәтә[2].

Поло даталарҙы теүәл яҙмаһа ла, географияны ярайһы теүәл аңлатҡан. Поло ҡытайҙарҙың тормошо рәүешен, аш-һыуын, ҡағыҙ аҡсалар ҡулланыуҙарын һүрәтләй. Ҡытайҙа ул ун биш йыл йәшәй.

Марко Поло Ҡытайҙа

Хан 1291 йылда ҡыҙҙарының береһен фарсы илханына кейәүгә бирә. Хәүефһеҙлек өсөн 14 карап менән уны оҙатып, хан Полоны үҙенең рәсми вәкиле итеп бергә ебәрә. Юл ыңғай Поло Суматрала һәм Цейлонда була, Иран һәм Ҡара диңгеҙ аша 1295 йылда Венецияға ҡайта.

Ҡайтҡандан һуң тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙан ҡайтҡас нисек йәшәүе әҙ билдәле. Генуя менән һуғышта ҡатнашып 1298 йыл тирәһендә әсиргә эләгеп, 1299 йылдың майында ғына иреккә сыға.

Венецияға ҡайтып өйләнә һәм өс ҡыҙы тыуа. Рио ди Сан-Джованни Crisostomo һәм Рио-ди-Сан-Лио урамдары мөйөшөндә йорто була.

1324 йылда үлемесле ауырығанда васыят яҙа. Ул Маффео ағаһынан мираҫҡа ҡалған татар ханынан алынған алтын пайцзаны ла телгә ала. 1324 вафат була һәм Сан Лоренцо сиркәүендә ерләнә. 1596 йылда йорто, Ҡытайҙан алып ҡайтылған әйберҙәре менән, яна. Ул ерләнгән сиркәү ҙә 19-сы быуатта һүтеп алына.

Эҙләнеүселәр китап тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Il Milione

Марко Полоның китабы киң танылыу яулаған тарихи әҫәр булып тора. 1986 йылда төҙөлгән библиографияла европа телдәрендә генә лә 2300 фәнни хеҙмәт күрһәтелгән[3].

Китап бик күп бәхәстәр һәм шик уята. Ҡайһы берәүҙәр ул фарсы сауҙагәрҙәренең хәбәрҙәрен генә яҙып алған тигән фекерҙә

Китаптың версиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марко Полоның күпмегә белемле булыуы билдәһеҙ. Ул сауҙа ҡағыҙҙарын үҙе тултырғандыр, әммә китабын Рустичеллоға әйтеп тороп яҙҙырғандыр тигән фараздар бар. Рустичелло яҙыусы булған, романдарын французса ижад иткән. Марко үҙе өсөн генә ҡыҙыҡ өлөштәрен һөйләп, Рустичелло үҙенсә аңлатмалар биреүе ихтимал. Поло башҡа кешеләр менән дә авторҙаш булыуы мөмкин[4].

Китап бик күп үҙгәрештәргә дусар ителгәндер тигән фекер тыуа[4].

Телгә алынмаған факттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франсис Вуд иероглиф та, китап баҫыу ҙа, сәй ҙә, фарфор ҙа, ҡатындарҙың аяғын шаҡарып бәйләп ҡуйыу ҙа, Бөйөк Ҡытай диуары ла телгә алынмағанына иғтибарҙы йүнәлтә.

Поло фарсы телен белгән, Ҡытайҙа монгол телен өйрәнгән (хакимиәт теле), ҡытай теленең уға кәрәге булмаған[5].

Франсис Вуд әйткән етешһеҙлектәр Марк Поло өсөн бик әһәмиәтле лә булмағандыр, ҡытайҙар менән аралашмағас, был нескәлектәрҙе белеп тә бөтә алмағандыр. Әммә ул ҡағыҙҙы нисек эшләүҙәрен ентекле һүрәтләгән, тимәк, китап тураһында яҙмаған тиеү бик дөрөҫ түгел[5].

Фарфор ҡыҫҡаса телгә алынған[5].

Бөйөк Ҡытай диуары Марко Поло булғанда айырым урҙар рәүешле генә булған. Венеция кешеһе өсөн ул әһәмиәтһеҙ тойолғандыр.

Хаталы һүрәтләүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марко Поло күпере.

Хаталы һүрәтләүҙәр күп. Мәҫәлән, Пекин күперенең аркалары ысынлап та әҙерәк[6].

Марк Поло быны хәтерҙән яҙған, фарсы теле ҡытай телендәге һүҙҙәрҙе теүәл генә биреп тә бөтмәгән. Марк Поло башҡалар һөйләгәнде лә ҡулланған. Хата уларҙан да килгән булыуы ихтиал[5].

Китабына бөгөнгө баһа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек фәнни тикшеренеүселәр Франсис Вудтың китап тулыһынса уйлап сығарылған тигән баһаһы менән килешмәй[7].

Сауҙа урындары ярайһы теүәл һүрәтләнгән, Рәсәй тураһындағы өлөшө лә ышанырлыҡ, Ҡытайҙың географияһы буйынса күпселек мәғлүмәт шулай уҡ дөрөҫ. Экзотик илдәр тураһындағы яҙмалары менән дә ҡыҙыҡлы[4].

Поло Ҡытайҙағы үҙ ролен бәлки арттырыбыраҡ та һөйләгәндер.

  1. Радио ЭХО Москвы :: Все так, 16.05.2009 18:10 Марко Поло. Европейский взгляд на чудеса Востока: Наталья Басовская, Сергей Бунтман
  2. Был кеше ышанмаҫлыҡ факты, сөнки рус ҡалаларҙың (мәҫәлән, Киев 1240 йылда) алыу ваҡытында монгол ғәскәре катапульталарҙы инде ҡулланыла.
  3. Watanabe, H, Marco Polo библиография 1477—1983, Токио, 1986
  4. 4,0 4,1 4,2 Critchley, J. Marco Polo’s book, Variorum, 1993, ISBN ISBN 0860783618
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 де Rachewiltz, И. Марко Поло отправился в Китай. Zentralasiatische Studien 27: 34-92, 1997. Краткое изложение в [1] 2010 йыл 30 март архивланған.
  6. Wood, F., Did Marco Polo go to China?, London, 1995.
  7. Jackson, P. Marco Polo and his «Travels», Bulletin of the School of Oriental and African Studies, 61(1): 82-101, 1998.
  • Книга о разнообразии мира. Издание: Джованни дель Плано Карпини. История монгалов., Гильом де Рубрук. Путешествия в восточные страны., Книга Марко Поло. М. Мысль. 1997 г., перевод: И. М. Минаев
  • Книга Марко Поло, пер. со старофранц. текста, вступ. ст. И. П. Магидовича, М., 1955 (имеется лит.).
  • То же. Алма-Ата, 1990.
  • Харт Г., Венецианец Марко Поло, пер. с англ, М:.. Издательство иностранной литературы, 1956;
  • Харт Г. Венецианец Марко Поло = Henry H. Hart, Venetian Adventurer Messer Marko Polo / Пер. с англ. Н. В. Банникова; предисл. и редакция И. П. Магидовича. — М.: Центрполиграф, 2001. — 368 с. — 6 000 экз. — ISBN 5-227-01492-2. (Переиздание книги 1956 года)
  • Юрченко А. Г. Книга Марко Поло: Записки путешественника или имперская космография / Переводы с латинского и персидского языков С. В. Аксёнова (PhD). — СПб.: Евразия, 2007. — 864 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-8071-0226-6. (в пер.)
  • В книге сэр Марко Поло, венецианский …, 3-е изд., Т. 1-2, Л., 1921.
  • Магидович И. П., Магидович В. И. Очерки по истории географических открытий. М., 1982. Т. 1. С. 231—235.
  • Дреж Ж.-П. Марко Поло и Шёлковый путь = Marco Polo et La Route de La Soie / Жан-Пьер Дреж / Пер. И. Бородычевой. — М.: АСТ, Астрель, 2006. — 192 с. — (История. Открытие). — ISBN 5-17-026151-9, ISBN 5-271-09879-6, ISBN 2-07-053076-0. (обл.)
  • Дубровская Д. В, Марко Поло. Презумпция невиновности / / Вокруг Света. 20 № 3.